Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Ғинуар 2020, 15:00

Криминаль хроника

1 – 10 ғинуар

Әлеге ваҡыт арауығында Мәсетле эске эштәр бүлегенә ҡылынған енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 66 белдереү килгән. Йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән өсөн – 10, ваҡ хулиганлыҡ өсөн – 5, иҫерек килеш автотранспортҡа идара иткән өсөн 2 административ протокол төҙөлгән.
Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән
Беренсе ғинуарҙа 15.50 сәғәттә Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһына медицина ярҙамы һорап 1987 йылғы Оло Ыҡтамаҡ кешеһе мөрәжәғәт иткән. Уға “бил тирәһе һуғылған, алкоголдән иҫергән”, тигән диагноз ҡуйылған. Ҡатындың һүҙҙәренсә, уны район үҙәгендә йәшәүсе 1991 йылғы ир туҡмаған.
Юл ваҡиғаһы
Беренсе ғинуарҙа 20.10 сәғәттә “112” хеҙмәте операторына хәбәр килә. Ул Абдулла ауылы эргәһендә “Лада-Гранта” автомобиленең юлдан ситкә төшөп китеүе тураһында хәбәр итә. Бер кеше зыян күргән.
Оператив тикшереү төркөмөнөң эше барышында, Первоуральск ҡалаһы кешеһенең руль менән идара итеүҙе юғалтыуы асыҡлана. Зыян күреүсе район дауаханаһына килтерелә, уның битенең һәм күкрәк ситлегенең йомшаҡ туҡымалары һуғылған, шулай уҡ 2-се һәм 3-сө ҡабырғалары һынған.
Эт юғалған
Район үҙәгендә йәшәгән ҡатын 4 сәғәт 50 минутта шылтыратып, “Хаски” тоҡомло этенең юғалыуын хәбәр итә.
Ишек бикле икән, тәҙрәнән дә була
Урта Аҡа ауылында йәшәүсе гүзәл зат өйөнә тәҙрә аша күрше ҡатынының инеүе тураһында белдереү яһаған.
Клубҡа килеүсе
Йонос ауылынан бер ҡатын 3.00 сәғәттә клубта билдәһеҙ ирҙең үҙен адекват тотмауы, барыһын да алып ырғытыуы тураһында хәбәр итә.
Утын урлай
Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын 21 сәғәт 5 минутта эске эштәр бүлегенә шылтыратып, туғанының уның йортонан утын урлауы тураһында әйтә.
Йәшенгән
6 сәғәт 35 минутта Оло Ҡыҙылбайҙа йәшәгән ҡатын шылтыратып, кемдер уның бәҙрәфенә инеп бикләнеүен, хәҙер ишек асырға ҡурҡыуын белдерә.
Ғауғасыл һатып алыусы
Бишенсе ғинуарҙа район үҙәге магазины һатыусыһы магазинда иҫерек ирҙең үҙен агрессив тотоуы: спиртлы эсемлектәр һатыуҙы талап итеүе, ғауға ҡуптарыуы, оятһыҙ һүҙҙәр менән әрләшеүе тураһында хәбәр итә.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙҙәрен шулай тотҡас…
Район үҙәгенән 1987 йылғы ҡатын медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Уның бите һуғылған һәм һыҙырылған. Оператив тикшереү төркөмөнөң эш барышында түбәндәгеләр асыҡлана: 8 ғинуарҙа төнгө сәғәт бер тирәһендә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамында 1993 йылғы ҡатын зыян күреүсенең битенә типкесләй.
Юғалтыу-табыу
Воронеж өлкәһе кешеһенән Курорт урамында автомобиль асҡыстарын юғалтыуы тураһында шылтыратыу була. Ун минуттан әлеге ир, яңынан шылтыратып, асҡыстарын табыуы тураһында хәбәр итә.
Бөтә факттар буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла.