Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
24 Декабрь 2019, 17:00

“Бурыслы” дөйөм профилактик сараһын уҙғарыу тураһында

РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының (артабан – КоАП) 32.2-се статьяһына ярашлы, административ штраф административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше тарафынан административ штраф һалыныу тураһындағы ҡарар законлы көсөнә ингән көндән алып алтмыш көндән дә һуңға ҡалмайынса түләнергә тейеш.

Закон тарафынан билдәләнгән ваҡыт эсендә административ штрафты түләмәгән осраҡта, полиция хеҙмәткәре, ундай мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, бурыслынан штраф күләмен мәжбүри түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә административ штраф һалыныуы тураһында ҡарар ебәрә һәм бер үк ваҡытта РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында (ҡануниәт менән ҡаралған мөҙҙәттә административ штрафты түләмәү) эш ҡуҙғата. Артабан административ протокол тикшерелеү өсөн мировой судҡа ебәрелә. РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө менән 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыныу рәүешендә яза, йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, шулай уҡ түләнмәгән штраф суммаһының икеләтә күләмендә, ләкин бер мең һумдан да кәм булмаған административ штраф һалыныу ҡаралған.
Бурыстарын түләмәүселәрҙе БР Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһе нигеҙендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм элек һалынған штрафтар буйынса булған бурыстарын бөтөрөү маҡсатында Мәсетле районы территорияһында 2019 йылдың 16 декабренән 25-енә тиклем “Бурыслы” дөйөм профилактик сараһы уҙғарыла.
2019 йылдың ағымдағы осоронда административ язаны үтәүҙән баш тартҡан өсөн 94 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, шуларҙың 9-ҙы мировой суд ҡарары буйынса административ ҡулға алыныу рәүешендәге административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 54 хоҡуҡ боҙоусы мәжбүри эштәр рәүешендәге административ язаға дусар ителгән. Ҡалғандар- ға түләнмәгән штрафтарының икеләтә күләмендә административ штрафтар тәғәйенләнгән. Элек һалынған штрафтарын үҙ иректәре менән түләргә теләмәгәндәргә ҡарата суд приставтары-башҡарыусылары хеҙмәтенә 35 ҡарар ебәрелгән.
Түләнмәгән административ штрафтары булған граждандар, бурысығыҙҙы түләп, квитанцияһын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса Мәсетле эске эштәр бүлегенең 23-сө кабинетына килтерегеҙ.
Түләнмәгән штрафтарығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡәтғи рәүештә граждандарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса бурыстарын ваҡытында түләргә кәңәш итә.
Л. ӘСБАПОВА,
Рәсәй МВД-һы Мәсетле районы буйынса бүлегенең
административ ҡануниәтте үтәү инспекторы,
эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты.