Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
6 Декабрь 2019, 13:00

Ваҡытында түләнгән һалым – тыныслыҡ нигеҙе!

Башҡортостанда “Ваҡытында түләнгән һалым – тыныслыҡ нигеҙе” мәғлүмәт кампанияһы дауам итә. Сараны Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы уҙғара.

Мәҫәлән, кампанияға ярашлы, федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мәсетле район бүлеге тарафынан Мәсетле районы күп функциялы үҙәгендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Ҡабул итеүҙе суд приставы-башҡарыусыһы Ранис Әмиров алып барҙы. Ҡабул итеү барышында Мәсетле районында йәшәүселәр үҙҙәренең һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурыстарын, шулай уҡ уларҙы ҡаплау ысулдарын аныҡлай алды.
Бүлек начальнигы – Мәсетле суд приставтары хеҙмәтенең өлкән суд приставы Илдар Шәйәхмәтов аңлатыу-ынса, “үткәрелеүсе сара граждандар- ға артабан суд сығымдары һәм баш- ҡарыу йыйымы менән бәйле өҫтәмә сығымдарҙы күтәрмәҫ өсөн бурыстар-ҙы ваҡытында түләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатыуға, граждандарҙа суд приставтары тарафынан мәжбүр итеү саралары ҡулланыл-ғанға тиклем бурыстары барлыҡҡа килеүен күҙәтеп барырға һәм уларҙы түләргә теләк уятыуға йүнәлтелгән”.
Өҫтәмә рәүештә Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары идаралығы үҙ бурыстарығыҙҙы контролләргә, шулай уҡ уларҙы ведомствоның рәсми сайтында (http://r02/fssprus.ru/) түләү уңайлы икәнлеген иҫкә төшөрә. Бушлай сервис ҡуҙғатылған башҡарыу эше барлығы тураһында белергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ онлайн режимда, артабан банкта йәки почтала түләү өсөн теләгән бер уңайлы ысул менән түләргә мөмкинлек бирә.