Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
18 Ноябрь 2019, 13:00

Ваҡытында түләнгән һалым – тыныслыҡ нигеҙе

Башҡортостан Республикаһында “Ваҡытында түләнгән һалым – тыныслыҡ нигеҙе” мәғлүмәт кампанияһы старт алды.

Сараны суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы уҙғара. Маҡсаты – һалым буйынса түләнмәгән бурыс мәсьәләһенә халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү, бурыстарҙы түләү һәм суд прис-тавтары мәжбүри түләтеү саралары ҡулланғанға тиклем бурыстың булыу-булмауын тикшереп тороу теләге уятыу.

Һалым буйынса бурыстарҙы түләтеү тураһында суд ҡарарын башҡарыу маҡсатында суд приставы түбәндә һаналып үткән мәжбүри түләтеү сараларын ҡуллана ала:

- күсмә һәм күсемһеҙ милеккә арест һалыу һәм уны артабан һатыу;

- милекте теркәү ғәмәлдәрен тыйыу;

- кредит ойошмаларындағы иҫәптәргә арест һалыу һәм унан аҡсаны түләтеү;

- Рәсәйҙән ситкә сығыуҙы тыйыу;

- административ яуаплылыҡҡа тарттырыу;

- бурыс суммаһынан 7% күләмендә, әммә 1000 һумдан да кәм түгел башҡарыу йыйымын түләтеү.

Мәсетле районының суд приставтары хеҙмәтендә бюджетҡа 380 мең һум һалымын түләмәгән 38 йәшлек шәхси эшҡыуарға ҡарата башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылған. Унан һуң ошо хаҡта документтың күсермәһе һалым түләмәүсегә тапшырылған.

Башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставы бурыслының милкендә мөлкәте, шул иҫәптән бер йөк автомобиле, бер тракторы, ер участкаһы булыуын асыҡлай. Вазифалы кеше был объекттарға ҡарата теркәү ғәмәлдәре башҡарыуҙы тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы. Бынан тыш, бурыслының транспорт сараларына ҡарата опись яһалды һәм арест һалынды. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә эшҡыуар һалым буйынса бурысын тулыһынса түләне, суд ҡарарын ваҡытында үтәмәгәне өсөн уға 26600 һум башҡарыу йыйымын да түләп, өҫтәмә сығымдар түгергә тура килде.

29 ноябргә тиклем дауам итәсәк кампания барышында суд приставтары һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бурыслы граждандарҙың йәшәгән адрестары буйынса рейдтарға сығасаҡ, бурыслы ойошмаларҙы асыҡлаясаҡ. Һалымдарҙы түләмәүсенең эҙләүгә ҡуйылған транспорт саралары асыҡланасаҡ. Шулай уҡ республиканың барлыҡ райондарында күпләп халыҡ йыйылған урындарҙа – күп функциялы үҙәктәрҙә һәм һалым хеҙмәттәрендә суд приставтары граждандарҙы ҡабул итәсәк. Халыҡ үҙҙәренә ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производстволары булыу-булмауы тураһында мәғлүмәт, өҫтәмә консультация алыу мөмкинлегенә эйә.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы үҙ бурысығыҙҙың булыу-булмауын ведомствоның http://r02.fssprus.ru/ рәсми сайтында контролдә тотоу һәм түләү уңайлы булыуы тураһында иҫкәртә. Бушлай сервис ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы булыуы тураһында белергә, онлайн режимда йәки артабан банк йәки почта аша түләү өсөн квитанция сығарып алырға мөмкинлек бирә.

Бынан тыш, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Совет урамы, 25, Совет урамы, 27 (“Монетка” магазины), Ленин урамы, 22 (Һаҡлыҡ банкы) адрестары буйынса терминалдар аша түләргә мөмкин.

Суд приставтары хеҙмәтенең

Мәсетле районы бүлеге.