“Сервисы” ҡушымтаһындағы
https://lk.fssprus.ru/ds_cabinet/action/login “Личный кабинет стороны исполнительного производства” мәғлүмәт сервисы ярҙамында Берҙәм порталға инергә һәм, башҡарыу эшенең булыу-булмауы тураһындағы мәғлүмәтте лә индереп, физик шәхестәр һәм юридик ойошмаларға ҡарата баш-ҡарылыуҙағы башҡарыу эштәре буйынса мәғлүмәт, физик шәхестәр һәм юридик ойошмаларға ҡарата һалын-ған сикләүҙәр (тыйыуҙар) тураһында, шулай уҡ башҡарыу эшенең барышы тураһында мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Әлеге ваҡытта башҡарыу эше яҡтарының суд приставтары тарафынан сығарылыусы процессуаль документтарҙың электрон күсермәләрен алыуға подписка рәсмиләштереү мөмкинлеге бар. Берҙәм порталда урынлаштырылған бөтә хеҙмәттәр ҙә РФ-тың тәғәйен төбәге менән сағыштырып бирелгән: хеҙмәтте алыу урыны хеҙмәттең үҙе кеүек үк уны күр- һәтеү шарттарын да билдәләй. Әгәр “Получить услугу” тигән ҡушымтаға баҫһаң, БР буйынса суд приставтары идаралығына ғариза биреүсенең шәхси кабинетында күрһәтелгән персональ мәғлүмәттәре менән запрос китәсәк. Башҡарыу эштәре булмаған осраҡта граждан “Исполнительные производства в отношении заявителя не найдены” тигән яуап аласаҡ. Бындай сервис ғариза биреүсенең ваҡытын экономлай, сөнки бөтә процессуаль документтарҙы һәм башҡарыу эше барышы тураһындағы кәрәкле мәғлүмәтте өйҙән сыҡмай ғына алырға мөмкин.