Хайуандарҙы ирекле көтөүгә сығарып ебәреп һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырып, хужалар һәр ваҡыт әлеге малдары теүәл һәм иҫән-һау үҙҙәре ҡайтыр тип өмөтләнә. Бик ҡуйылмаған һарайҙарҙан мал урлау осраҡтары бул-ғылай, был ҡараҡтарҙың әлеге биналарға ҡаршылыҡһыҙ үтеп инеүенә һәм үҙҙәренең яуыз уйҙарын бойомға ашырырға мөмкинлек бирә. Урлашыуҙарҙың иң күп осоро миҙгелдәр алмашынған ваҡытҡа тура килә: малдарҙы көтөүлектәргә сығарғанда һәм ябып аҫрауға ҡуй-ған ваҡытта. Бөгөн, календарҙа октябрь булыуына ҡарамаҫтан, малдарҙың иректә йөрөүе – һирәк күренеш түгел.
Саралар күрелеп торһа ла, мал урлау кәмемәй, киреһенсә, ул арта ғына бара, сөнки табышты – итте һәм тиреләрҙе ҡаршылыҡһыҙ һатыу мөмкинлеге бар. Шуның менән бергә, мал урлау менән көрәш – ул полицияның ғына хәстәре түгел. Хөрмәтле район халҡы, ярҙамсы хужалыҡтарығыҙҙағы малдарҙы контролләүҙе көсәйтегеҙ, уяу хужалар булығыҙ. Мал биналарын нығытығыҙ, уларҙы ышаныслы биктәр менән йыһазландырығыҙ.
Унан тыш, булған барлыҡ малды ауыл хакимиәттәрендә иҫәпкә ҡуйырға, һәр баш малға бирка тағырға һәм фотоға төшөрөргә кәрәк, уны фотоаппаратта йәки кеҫә телефонында билдәләп ҡуйырға була. Әлбиттә, малдар-ҙы көткән ваҡытта ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә төнгө ваҡытта һаҡлау объекттарына айырыуса иғтибар итергә, һаҡсыларға уҡыу үткәрергә, объекттарҙы бәйләнеш саралары менән йыһазландырырға кәрәк.
Шулай уҡ район халҡына үтенес менән мөрәжәғәт итке килә: әгәр мал урлау, енәйәтсел юл менән табылған мал итен күпләп һатып алыу менән шөғөлләнеүсе кешеләр тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, был факттар тураһында 2-00-02, 2-04-83 телефондары буйынса эске эштәр бүлегенә йәки 2-04-85 “Ышаныс телефоны”на хәбәр итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.
полицияның участка уполномоченныйҙары
һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы.