Автотранспорт менән иҫерек килеш идара иткән өсөн 3 административ протокол төҙөлгән, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн – 247, йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән кешеләргә ҡарата – 21.
Мәсетле районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Энергетиктар урамы осонда бер йәшлек баланың урамда ҡалыуы тураһында хәбәр килгән. Асыҡланыуынса, ата-әсәһе икенсе адрес буйынса ҡунаҡта булғанда, ҡыҙ өйҙән үҙ аллы сыҡҡан. Дауаханала баланың I дәрәжәлә тәне һыуыныуын билдәләйҙәр.
Ключевой ауылында оло йәштәге ҡатындың өйөнә бысаҡ тотҡан сит ир килеп инә. Хужабикә тәҙрә аша күршеләренә сығып ҡасып өлгөрә.
Әжекәй ауылынан алыҫ түгел фермала бер хужаның эте 40 баш һарыҡты талаған.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Революция урамында “Хендай Солярис” автомобиле менән “Тойота Рав-4” бәрелешкән. Автомашиналар механик зыян күргән, водителдәре иҫән-һау.
“Пятерочка” магазинында Ҡорғат ауылынан берәү 250 һумлыҡ консервалар урлаған.
Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе берәү уға билдәһеҙ кешенең шылтыратып, үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре тип таныштырыуын һәм банк картаһы номерын һорауын хәбәр итә. Был хәлдән һуң уның иҫәбенән 6893,25 һум аҡсаһы юғалған.
Район үҙәгендә йәшәүсе уның этен һунарсылар ҡоралынан атҡан күршеһен яуаплылыҡҡа тарттырырға һорай.
Бар факттар буйынса тикшереүҙәр бара.