Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
8 Октябрь 2019, 15:00

Комфорт өсөн ваҡытында түләргә кәрәк!

2019 йыл башынан Башҡортостан Республикаһының суд приставтары тарафынан ТКХ, ТЭК хеҙмәттәре өсөн 400 млн һум самаһы дөйөм суммалағы бурыстарҙы түләтеү буйынса 27,5 мең үтәтеү эше уңышлы тамамланған.

ТКХ, ТЭК хеҙмәттәре өлкәһендәге бурыстарҙы түләтеү – суд приставтары хеҙмәтенең өҫтөнлөклө һәм социаль әһәмиәттәге йүнәлештәренең береһе.

Яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында республика суд приставтары хеҙмәте ТКХ, ТЭК хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Комфорт өсөн түләргә кәрәк!” профилактик сараһына ярашлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән ситләшеүсе шәхестәрҙе асыҡлау һәм административ яуап-лылыҡҡа тарттырыу буйынса рейд уҙғара.

Бурыстарҙы түләтеү маҡсатында суд приставтары, бурыслыларҙың йәшәгән урындарына барып, мөлкәттәре исемлеге һәм тартып алыуға, хеҙмәттәр күрһәтеүҙе туҡтатыуға акттар төҙөй. Унан тыш, иҫәптәр буйынса түләргә яратмағандарға ҡарата мәжбүри түләтеү саралары күрелә.

Мәҫәлән, Мәсетле район суд приставтары бүлегендә коммуналь хеҙмәттәр һәм газ өсөн 58000 һумлыҡ дөйөм бурысты түләтеү тураһында 1989 йылғы бурыслы кешегә ҡарата үтәтеү эше башҡарыуҙа булды.

Ир кеше бурыстарын түләү буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәгән. Шуның менән бәйле суд приставтары түләмәүсегә ҡарата закон тарафынан ҡа-ралған бер нисә мәжбүри сараны ҡулланды, шул иҫәптән транспорт сараһына арест һалып, шул уҡ көндө уны тартып алды. Ә уның хужаһын, әгәр ул билдәләнгән ваҡытҡа бурыс-тарын түләмәһә, автомобиле менән бер юлы хушлашасағы тураһында иҫкәрттеләр. Ир кеше бурыстарын шул уҡ көндә түләне. Унан тыш, уға баш-ҡарыу йыйымын (исполнительский сбор) һәм транспорт сараһын эвакуациялау, һаҡлау менән бәйле сығымдарҙы түләргә тура килде. Шунан һуң ғына суд приставы автомобилдән аресты алды һәм ул хужаһына ҡайтарып бирелде. Үтәтеү эше фактик рәүештә үтәлеү менән тамамланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Комфорт өсөн түләргә кәрәк!” мәғлүмәти кампанияһы октябрь һуңына тиклем дауам итәсәк. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы республиканың барлыҡ халҡын бурыс йөкләмәләрен ваҡытында һәм ведомствоның ныҡышмалы ҡатнашлығынан башҡа үтәргә өндәй. Бурыстарҙы идаралыҡтың рәсми (http://r02.fssprus.ru/) сайтында эшләгән “Банк данных инсполнительных производств” интернет-ресурсында белергә һәм түләргә мөмкин. Шулай уҡ кредит учреждениеларында йәиһә почта бүлексәләрендә түләү өсөн квитанция баҫтырып алырға була. Булған бурыстарын үҙ аллы түләү өсөн граждандар үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндереү ҡоролмаларынан (банкомат йәки түләү терминалы) файҙалана ала.

Мәсетле районы суд приставтары бүлеге.