Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
3 Октябрь 2019, 18:00

Законһыҙ балыҡ тотҡан өсөн – статья

Мәсетле районы прокуратураһы тарафынан экологик енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә килтерелгән зыянды ҡаплатыу буйынса саралар күрелде.

Ошо йылдың майында Мәсетле ра- йонының 48 йәшлек кешеһенең Әй йыл-ғаһында балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙоп, резина кәмәлә һәр береһе 40-ар метр ике ау менән балыҡ тотоуы асыҡланды.

Унан да бигерәк, ул 2019 йылдың 15 апреленән 15 майына тиклем БР һыу ятҡылыҡтарында яҙ көнө, йәғни балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә улар-ҙы аулау тыйылған осорҙа балыҡ тота.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан оператив саралар уҙғарыу барышында ир кеше Әй йылғаһы буйында законһыҙ тотолған балыҡтары менән (барлығы 117 балыҡ: 82 сабаҡ, 17 алабуға, 14 бурыш (борож), 2 тәлпән, 2 ажау) енәйәт өҫтөндә тотола.

Әлеге факт буйынса Мәсетле районы буйынса полиция бүлеге иргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһының 1-се өлөшөнөң “б”, “в” подпункттары менән ҡаралған енәйәт (ыуылдырыҡ сәсеү урындарында тыйылған ҡорамалдар һәм һыу биологик ресурстарын күпләп ҡырыу ысулдарын ҡулланып биологик һыу ресурстарын законһыҙ аулау) билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Енәйәт эшен тикшереү барышында законһыҙ балыҡ тотоу һөҙөмтәһендә дәүләткә 59500 һум күләмендә зыян килтерелеүе асыҡлана.

Шуның менән бәйле район прокуратураһы хөкөм аҫтындағы кешегә килтерелгән матди зыянды ҡаплау тураһында дәғүә талаптарын белдерҙе, ә енәйәт эше судҡа ебәрелде. Әлеге енәйәтте ҡылыуын ир таныны.

Суд тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса, дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын иҫәпкә алып, иргә ҡарата, мәжбүри эштәр рәүешендәге язаны тәғәйенләп, ғәйепләү ҡарары сығарылды.

Прокуратураның дәғүә талаптары тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде, килтерелгән зыян суммаһы хөкөм ителеүсенән тулы күләмдә түләтелде.

Азамат ШӘЙБӘКОВ,

район прокуроры.