Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
27 Сентябрь 2019, 17:00

Штрафыңды түлә һәм хоҡуғыңды һаҡлап ҡал

Башҡортостан Республикаһы суд приставтары Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы түләтеү эшен дауам итә.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ул закон ғына түгел, ә мотлаҡ шарт булып иҫәпләнә һәм һеҙҙең хәүефһеҙлекте гарантиялай. Бәләкәй генә хаталарҙың ҙур бәләгә килтереүе бар.

Ҡайһы мәлдә водителдең үҙенә генә түгел, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡалар хәүефһеҙлегенә мөнәсәбәтен үҙгәртеүҙең берҙән-бер ысулы булып штраф һалыу ҡала. Водитель өсөн штрафтың иң бәләкәй күләме 500 һум булыуын ғына ла иҫәпкә алғанда, ашыҡмай һәм тәртипле йөрөү һеҙҙең сығымдарығыҙҙы кәметә, ә, иң мөһиме, аварияға тарыуҙан һаҡлай икәнлеген онотмағыҙ.

35 йәшлек райондашыбыҙ өсөн Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу һәм штрафты түләмәү финанс юғалтыуҙарға килтер-ҙе. Ир кеше тиҙлек режимын күп тапҡырҙар боҙған һәм Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9 статьяһының 2-се һәм 3-сө бүлектәре (“Билдәләнгән хәрәкәт тиҙлеген арттырыу”) буйынса 24 штрафы йыйылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының Мәсетле районы бүлеге суд приставы ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы буйынса уның “Mitsubishi Lancer” автомобилен теркәүҙе тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы. Шунан һуң ғына ул 12500 һумлыҡ барлыҡ штрафтарын түләне һәм ваҡытында түләмәгән өсөн өҫтәмә сығымдар түкте. Уға шулай уҡ 24 мең һум башҡарыу йыйымын түләргә кәрәк.

Икенсе райондашыбыҙ ҙа штрафтан ҡотолоп ҡала алманы.Тиҙлек режимын үтәмәгән ”Ford Explorer” хужаһының яуап-һыҙлығы һөҙөмтәһендә 54 мең һум штрафы йыйылған. Суд ҡарарын башҡарыу барышында суд приставы автомобилде теркәүҙе тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы һәм автомобилдә “елдерергә” яратыусыны махсус хоҡуҡтан ваҡытлыса сикләү тураһында иҫкәртте. Был осраҡтан һуң суд приставы бурыслыға ОСАГО буйынса страховка түләүе биреләсәген асыҡланы. Бөгөнгө көндә страховка түләүе ирҙең берҙән-бер килеме булып тора, шунлыҡтан суд приставтарының Мәсетле ра-йоны бүлеге суд приставы ойошмаға штраф суммаһын страховка түләүенән тотоу тураһында ҡарар ебәрҙе.

Белешмә: Йыл башынан Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы суд приставтары Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле 259923 башҡарыу эшен тамамлаған. Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһының вазифалы хеҙмәт-кәрҙәре һалған штрафтар буйынса 185 млн һумдан ашыу түләтелгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары идаралығы граждандарға бурыстарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Идаралыҡтыҡ рәсми сайтындағы (http://r02.fssprus.ru/) “Банк данных исполнительных производств” сервисы ярҙамында кредит учреждениеларында йәки почта бүлексәләрендә түләү өсөн квитанция сығарып алырға мөмкин. Үҙ аллы түләү өсөн граждандар үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү ҡулайламаһы (банкомат йәки терминал) менән файҙалана ала. Рәсми сайтта граждандар өсөн уңайлыраҡ урынды һайлау мөмкинлеге бар. Бының өсөн баш биттән “Обращения”, “Информация для сведения граждан” бүлегенә http://r02.fssprus.ru/ info_gra/ күсергә һәм “Места расположения банкоматов самообслуживания” пунктын һайларға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль

суд приставтары хеҙмәте идаралығының Мәсетле районы бүлеге.