Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
29 Август 2019, 18:08

Интернет сығанаҡтарына инеү юлдары ябылған

Мәсетле районы прокуратураһы үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә енәйәт эшмәкәрлеген пропагандалаусы һәм аҡлаусы 15 интернет сығанағы ябылған.

Интернет селтәренә мониторинг үткәреү һөҙөмтәһендә инеү юлдары сикләнмәгән (шул иҫәптән балиғ булмағандар өсөн) 15 интернет сығанағында хоҡуҡ һаҡлау органдарын ихтирам итмәүҙе сағылдырыусы, хоҡуҡҡа ҡаршы тәртипте аҡлаусы, шулай уҡ криминаль мөхиттең хоҡуҡ тәртибенән һәм законды күҙәтеүсе граждандар-ҙан өҫтөн булыуы тураһында мәғлүмәт сағылыуы билдәләнгән. Тикшереү барышында әлеге сығанаҡтарға алты меңдән ашыу кеше ҡушылған булған.

Район прокуратураһы Өфө ҡалаһының Совет район судына интернет селтәренә сығарылған юғарыла әйтелгән мәғлүмәттәр-ҙе Рәсәй Федерацияһы территорияһында таратыу тыйылған тип таныу тураһында 15 административ дәғүә ғаризаһы ебәргән.

Прокуратураның әлеге дә-ғүә талаптары суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелгән.

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Баш- ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы күрһәтелгән сығанаҡтарға инеү юлын япҡан.

Эльдар ГӘРӘЕВ,

район прокуроры урынбаҫары.