Тикшереү тарафынан 2019 йылдың апрель кистәренең береһендә өс дуҫтың, шул иҫәптән ғәйепләнеүсенең, ял итергә булыуы асыҡлана.
Әлеге уңышһыҙ кистә йәштәр аҙыҡ-түлек магазинынан алты ярты литрлыҡ һауытта һыра, бер шешә араҡы һәм ҡап-ҡыларлыҡ ризыҡ алып ғәйепләнеүсенең өйөнә йүнәлә.
Бөтөн алкоголде эсеп бөткәс, егеттәр тағы ла спиртлы эсемлек алырға була. Һыйланыуҙы дауам итеү өсөн улар-ҙың береһе литр ярымлыҡ баллонда шыйыҡлатылған спирт алып килә.
Ҙур күләмдә спиртлы эсемлектәр эсеү һөҙөмтәһендә 29 йәшлек ғәйепләнеүсе юҡ ҡына сәбәп арҡаһында зыян күреүсенең муйынына бысаҡ менән сәнсә, ул ваҡиға урынында уҡ йән бирә.
Дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын иҫәпкә алып, Балаҡатай район-ара суды тарафынан ғәйепләнеүсе зыян күреүсенең туғандары файҙаһына матди һәм әхлаҡи зыянды түләтеү менән 8 йылға иркенән мәхрүм ителеү рәүешендәге язаға хөкөм ителгән.
Суд ҡарары законлы көсөнә ингәндән һуң, хөкөм ителгән кеше яза үтеү өсөн иректән мәхрүм итеү урындарына ебәреләсәк.
район прокуроры урынбаҫары.