Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
20 Август 2019, 18:00

Бәләкәй балаларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтары яҡланды

Мәсетле районы прокуратураһы тарафынан 2015 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ирле-ҡатынлы пар икенсе балалары тыуыу менән бәйле әсәлек (ғаилә) капиталына дәүләт сертификаты ала, уның 400 мең һумдан ашыу күләмдәге средстволары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға – йорт төҙөүгә йүнәлтелгәнлеге асыҡлана.

2017 йылда ир менән ҡатын араһындағы никах тарҡатыла, шунан һуң улар араһында мөлкәт бүлеү йәһәтенән ҡаршылыҡтар килеп тыуа.

Шуның менән бергә 2010 йылдың 29 декабрендәге “Балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында”ғы 256-ФЗ һанлы Федераль закондың 10-сы статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы әсәлек (ғаилә) капиталы средстволарын (уның бер өлөшөн) файҙаланып һатып алынған (төҙөлгән, реконструкциялан-ған) торлаҡ бина килешеү буйынса өлөштәрҙең күләмен билдәләп, ата-әсәнең, балалар-ҙың (шул иҫәптән беренсе, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларҙың) дөйөм милке итеп рәсмиләштерелә.

Был ҡануниәтте боҙоп, элекке ир менән ҡатын – бәләкәй балаларҙың ата-әсәһе, алдан уйлап балаларҙың торлаҡҡа өлөшләтә уртаҡ милек хоҡуғын рәсмиләштереү сараларын күрмәй.

Ошоноң менән бәйле район прокуратураһы ғаиләнең бөтә ағзаларының, шул иҫәптән бәләкәй балаларының да торлаҡ бинаға өлөштәлә уртаҡ милек хоҡуҡтарын таныу тураһында дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте.

Балаҡатай район-ара суды ҡарары менән район прокуратураһының дәғүә талаптары ҡәнәғәтләндерелде.

Башҡарыу документтары суд приставтары-башҡарыусылары хеҙмәтенә ебәрелгәндән һуң, балаларҙың ата-әсәләре үҙ иректәре менән уларға торлаҡҡа милек хоҡуҡтарын рәсмиләштерҙе.

Эльдар ГӘРӘЕВ,

район прокуроры урынбаҫары.