Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
19 Август 2019, 12:05

Яңғыҙ әсәнең хоҡуҡтары яҡланды

Мәсетле районы прокуратураһы тарафынан яңғыҙ әсә һәм уның бәләкәй өс балаһының хоҡуҡтары яҡланды.

2018 йылдың июнендә ҡатын һәм шәхси эшҡыуар А. араһында Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында торлаҡ йорт һалыуға подряд килешеүе төҙөлә.

Килешеүҙе үтәү өсөн ҡатын эшҡыуарға “Әсәлек капиталы” дәүләт программаһы буйынса алынған 200 мең һум аҡсаһын тапшыра.

Эшҡыуар йортто 2018 йылдың авгусында тамамларға тейеш була, ләкин әлегә тиклем үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән, аҡсаһын ҡатынға ҡайтарып бирмәгән.

Шуның менән бергә әлеге ваҡытта ҡатын һәм уның бәләкәй өс балаһы авария хәлендәге йортта йәшәй һәм башҡа торлаҡ һатып алырға уларҙың мөмкинселеге юҡ.

Үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса район прокуратураһы тарафынан Балаҡатай район-ара судына үрҙә телгә алынған килешеүҙе өҙөү һәм эшҡыуарҙан ҡатын файҙаһына уға тейешле суммаларҙы түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы ебәрелгән.

2019 йылдың 6 авгусында район прокуратураһының дәғүә ғаризаһы суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелгән.

Тикшереү тарафынан шулай уҡ эшҡыуарҙың ғәмәлдә Мәсетле районы һәм күрше райондарҙың башҡа кешеләрен дә алдауы асыҡлана.

Әлеге ваҡытта, үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, мутлашыу факты буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.

Эльдар ГӘРӘЕВ,

район прокуроры урынбаҫары.