Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Август 2019, 16:00

Ҡарышыу мәғәнәһеҙ, үтәү ҡотолғоһоҙ

Кредит бурыстарын түләтеү тураһындағы үтәтеү эштәренә ярашлы, республикала һәр дүртенсе бурыслының илдән ситкә сығыу хоҡуғы сикләнгән, һәр өсөнсө – уны эш хаҡынан түләй.

Башҡортостан кредиттарға батҡан Волга буйы федераль округы төбәктәре иҫәбендә беренсе йыл ғына түгел. Бына быйыл да кредит бурыстарын түләтеү буйынса яңы үтәтеү документтары килеүенең һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. 2018 йыл менән сағыштыр-ғанда, улар 357-гә күберәк килгән.

Үкенескә, кредиттар буйынса үтәтеү документтарының килеүе даими арта – йыл һайын бер ярым тапҡырға үҫә. Мәҫәлән, 2018 йылда районыбыҙ граждандарына ҡарата был категорияла яңынан ҡуҙғатылған башҡарыу эштәре һаны 1515 тәшкил итте, ә 2019 йыл йомғаҡтары буйынса – 1768. Кредит бурыстарының сумма буйынса үҫеүе лә өмөт тыуҙырмай – 2018 йылда 216,3 булһа, 2019 йылда инде 131,5 млн һум.

Кредиттар буйынса бурыстарын үҙ иректәре менән түләргә ашыҡмаған бурыслыларға ҡарата суд приставтары мәжбүри түләтеүҙең аяуһыҙ сараларын, шул иҫәптән күсемле һәм күсемһеҙ милекте тартып алыу, Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу хоҡуғын сикләү, банк иҫәптәренә арест һалыу, административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу, башҡа саралар ҡуллана. Мәҫәлән, мәжбүри үтәтеү саралары ярҙамында Мәсетле суд приставтары 2019 йылда кредит ойошмалары файҙаһына 27 млн һумдан ашыу бурыстарҙы түләткән.

Мәсетле районы кешеһе суд приставы уның сит илгә сығыу хоҡуғын сикләгәс, милкен теркәүҙе тыйғас, банктарҙағы иҫәптәрен бикләгәс һәм автомобилен штраф туҡталҡаһына ҡуйғас ҡына 459 мең һум күләмендәге бурысын түләгән.

Мәжбүри түләтеүҙең бөтә саралары ла ҡулланылып бөткән, ә граждандың бурысы меңдәр менән түгел, ә миллиондар менән иҫәпләнә икән, хеҙмәттең тәүтикшереүселәре ундай гражданға ҡарата РФ Енәйәт кодексының “Кредит бурыстарын түләүҙән яуыз ниәт менән ситләшеү” 177-се статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғата.

РФ Суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы тәғәйен башҡарыу эштәренә һәм бурысты түләтеү тәртибенә ҡағылышлы кәрәкле бар мәғлүмәтте ведомствоның http://r02.fssprus.ru/ сайтында белергә мөмкинлеге тураһында граждандарҙың иҫенә төшөрә. Унан тыш, әлеге сервис бурысты өйҙән сыҡмай ғына түләргә мөмкинлек бирә.

Рәмзил ҒӘЛӘЕВ,

Мәсетле районы суд приставы-башҡарыусыһы.