Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
6 Август 2019, 16:00

Капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе түләргә кәрәк

2019 йылдың 6 айында Мәсетле районы суд приставтары Мәсетле районында йәшәгән кешеләрҙең капиталь ремонт өсөн 507 мең һум бурыстарын түләтте.

Ай һайын һәр фатир хужаһы капиталь ремонт өсөн квитанция ала. Ләкин ваҡытында түләргә кәрәк икәнде барыһы ла аңлап етмәй. Ҡай-һы берәүҙәр ваҡытында түләргә теләмәйенсә үҙҙәренә проблема тыуҙыра.
Белешмә өсөн: Уртаҡ милекте капиталь ремонтлауға иғәнәләрҙе күп фатирлы йорттарҙағы барлыҡ бина хужалары ла ай һайын түләп барырға бурыслы – РФ Торлаҡ кодексы талаптары шундай.

Бурыс барлыҡҡа килгән осраҡта, суд бурысты түләтеү тураһында ҡарар сығара. Әгәр граждан артабан да үҙ ирке менән аҡса күсереп барыуҙан баш тартһа, башҡарыу эше ҡуҙғатылғандан һуң биш көн үткәс, суд приставы үтәтеү йыйымын түләтеү тураһында ҡарар сығара, уның күләме түләтелергә тейешле сумманың 7 процентын тәшкил итә. Бурыс һәм суд сығымдары бурыслының картаһынан алынырға мөмкин.

Әлеге категориялағы баш-ҡарыу эштәренә ярашлы суд приставтары тарафынан РФ территорияһынан ситкә сығыу хоҡуғын сикләү, мөлкәткә арест һалыу кеүек мәжбүри саралар ҡулланыла. Атап әйткәндә, йыл башынан дөйөм бурыстары 270 мең һум тәшкил иткән бурыслылар-ҙың мөлкәттәре тартып алынған.
24 бурыслы сит ил курорттарында ял итә алмаясаҡ. Улар-ҙың бурыстары 30 мең һумдан ашҡан. Әйтергә кәрәк, бурыслыларҙың төп массаһының бурыс күләме был сумманан әҙерәк.

2019 йыл башынан капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе түләтеү буйынса 93 үтәтеү эше башҡарыуҙа ине. Әлеге йылдың ғинуарынан июненә тиклем мәжбүри үтәтеү сараларын ҡулланыу ярҙамында 507 мең һум түләтелгән.

Капиталь ремонт өсөн иғәнәләр буйынса бурыслылар араһында хәлле, мал-мөлкәтле кешеләр ҙә осрай. Йөк ташыу буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған ҡатындың 2,5 йыл эсендә 70 мең һумдан ашыу бурысы йы- йылған. “БР-ҙың капиталь ремонт төбәк операторы” фонды коммерция булмаған ойошмаһы судҡа мөрәжәғәт иткән. Башҡарыу ҡағыҙы суд ҡарарын мәжбүри үтәтеү өсөн Балаҡатай район-ара судына килгән. Суд ҡарарын үтәү маҡсатында пристав транспорт сараларын теркәүҙе тыйыу тураһында ҡарар сығарған. Гражданка, ахыр сиктә бизнес алып барыу өсөн мөлкәтенән мәхрүм ҡалыу-ҙан ҡурҡып, бурысын тулы күләмдә ҡаплаған.

Хатта бәләкәй генә бурыс-ты ла түләргә кәрәк, сөнки кисектерелгән түләүҙәр үтәтеү йыйымы менән бергә бер нисә тапҡырға артырға мөмкин.

Был категориялағы бурыс-тарҙы түләтеүҙең артыуы – Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы менән Төбәк операторының үҙ-ара тығыҙ эш итеү һөҙөмтәһе. Суд приставтары граждандарға бурыстарының булыу-булмауын алдан тикшерергә һәм ваҡытында түләп барырға кәңәш итә. Быны идаралыҡтың https:// r02.fssprus.ru/ рәсми сайтында “Банк данных исполнительных производств” сервисы ярҙамында эшләргә мөмкин. Шулай уҡ Төбәк операторы http://kapremont02.ru/ find-a-home/ сайтында “Найти свой долг” эҙләү системаһы эшләй, унда урам исемен һәм өй номерын яҙып, ай һайын түләнә торған сумма һәм бурыс тураһындағы мәғлүмәтте белергә мөмкин.


Рәмзил ҒӘЛӘЕВ,

Мәсетле районы буйынса суд приставтары хеҙмәте

суд приставы – башҡарыусы.