Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
5 Август 2019, 17:00

Банк картаһынан урлауҙар тураһында

Банк карталары иҫәп-хисап-лашыуҙарҙы һәм һатып алыу-ҙарҙы шаҡтай еңеләйтә. Ләкин улар менән ни тиклем күберәк кеше файҙаланһа, мутлашыу-сыларҙың әүҙемләшеүе лә шунса юғары.

Хәҙерге заман шарттарында пластик карталағы аҡсаны урлау һәм уның менән мутлашыуҙар хәҙерге граждандарға ябай аҡса муҡсаһын урлауға ҡарағанда ла йышыраҡ янай буғай. Банк картаһын мутлашыусыларҙан һаҡлап ҡалыу өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Ҡулаҡсаны банк территорияһында урынлашҡан банкоматтарҙан алыу яҡшыраҡ. Аҡса алыр алдынан банкоматта сит конструкциялар йәки предметтар-ҙың ҡуйылған булыу мөмкинлегенә иғтибар итегеҙ. Клавиатура менән йәнәш артыҡ объекттар булырға тейеш түгел, бөтә элементтар ҙа бер төҫтә һәм бер материалдан булырға тейеш. Шик тыуған ваҡытта баш-ҡа ҡорамалдан файҙаланыу яҡшыраҡ. Шулай уҡ картағыҙҙы сит күҙҙәрҙән алыҫыраҡ тоторға тырышығыҙ һәм уны өсөнсө кешеләргә тоттормағыҙ. Һис бер ни осраҡта ла яҙылған ПИН-кодығыҙҙы карта йәнәшендә һаҡламағыҙ, был һандарҙы хәтерегеҙҙә тотоу яҡшыраҡ. Әгәр сит кешеләр персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе белһә, кисекмәҫтән был хаҡта банкка хәбәр итегеҙ һәм картағыҙҙы ябығыҙ.

Әйтергә кәрәк, әгәр банкомат менән эшләгән ваҡытта ниндәй ҙә булһа проблема килеп тыуһа (мәҫәлән, карта ҡыҫылып ҡалһа), килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн шунда уҡ банкка шылтыратырға кәрәк. Түләгән ваҡытта картағыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Һатыусынан йәки официанттан түләү өсөн портатив терминал һорағыҙ. Һеҙҙән башҡа картағыҙҙан аҡса алыуҙарын һиҙгән осраҡта, иҫәбегеҙҙе ябыуҙы үтенеп, мөмкин тиклем тиҙерәк банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Мутлашыусылар күрһәтелгән номер буйынса шылтыратыуҙы йәки билдәле бер һандар комбинацияһы менән яуап хәбәр ебәреүҙе үтенеп телефон-ға SMS-хәбәр ебәреү кеүек хәйләләрҙе йыш ҡуллана. Һис бер ни осраҡта ла быны эшләмәгеҙ. Иҫәбегеҙ торошо тураһындағы мәғлүмәтте тикшереү өсөн үҙ банкығыҙҙың техник ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Уңайлылыҡ өсөн, мөмкинселек бул-ғанда шикле операциялар ваҡытында консультация алыу өсөн финанс учреждениеһының телефон номерын эргәгеҙҙә йөрөтөгөҙ.

Һәр бер банк картаһын тотоусы түбәндәгеләрҙе белергә тейеш: 2014 йылдың 1 ғинуарынан 2011 йылдың 27 июнендәге “Милли түләү системаһы тураһында” 161-ФЗ һанлы Федераль закондың 9-сы статьяһы положениеһы көсөнә инде, ул банк карталарынан урланған (законһыҙ сығарылған) аҡса- ларҙы ҡайтарып алыу процедураһын ябайлаштыра. Картаһынан аҡса алынған мәлдән башлап 24 сәғәт эсендә пластик картаһын юғалтыу йәиһә уның рөхсәтһеҙ файҙаланылыуы тура-һында финанс учреждениеһына хәбәр иткән осраҡта, карта тотоусыға компенсация тейешле.

Илгиз ҒӘЛӘЕВ,

тәфтиш бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – бүлек

начальнигы урынбаҫары, юстиция капитаны.