Адвокаттарҙан телдән һәм яҙма формала хоҡуҡи консультация алыу; ғаризалар, ялыуҙар, хоҡуҡи характерҙағы башҡа документтар яҙыу; суд- тарҙа, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа, ойошмаларҙа граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау кеүек бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә граждандар категориялары:
1) аҙ тәьмин ителгән граждандар;
2) I һәм II төркөм инвалидтары;
3) Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙары;
4) инвалид балалар, етем балалар, ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар, етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар иҫәбенән граждандар, шулай уҡ уларҙың законлы вәкилдәре;
4.1) ата-әсә ҡарауынан ҡалған баланы үҙ ғаиләләренә тәрбиәгә алырға теләүселәр, әгәр улар баланы ғаиләгә тәрбиәгә алыуға бәйле һорауҙар менән бушлай юридик ярҙам алыу өсөн мөрәжәғәт итһәләр;
4.2) уллыҡҡа алыусылар, әгәр улар уллыҡҡа алыныусы балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға һәм тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр буйынса бушлай юридик ярҙам алыу өсөн мөрәжәғәт итһәләр;
5) стационарҙа социаль хеҙмәттәр күрһәткән социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәгән оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар;
6) бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын һәм ҡарауһыҙ йөрөүҙәрен иҫкәртеү системаһы учреждениеларында булған бәлиғ булмағандар, иректән мәхрүм итеү урындарындағы бәлиғ булмағандар, шулай уҡ уларҙың законлы вәкилдәре һәм вәкилдәре;
7) Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 2 июлендәге “Психиатрия ярҙамы һәм уны күрһәткәндә граждандарҙың хоҡуҡтары гарантиялары тураһында” 3185-1 һанлы законына ярашлы бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандар;
8) суд тарафынан үҙҙәрен ҡарауға һәләтһеҙ тип табылған граждандар һәм уларҙың законлы вәкилдәре, әгәр улар ошондай граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауға һәм тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр буйынса бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итһәләр;
8.1) ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күреүсе граждандар:
ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә һәләк булған (үлгән) кешенең ҡарауында булған ир (ҡатын), балалары, ата-әсәләре, башҡа яҡындары;
ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә сәләмәтлегенә зыян килгән граждандар;
ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ тороп ҡалған йәки үҙенең башҡа мөлкәтен йәки документын тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтҡан граждандар;
9) бушлай юридик ярҙам дәүләт сис- темаһы нигеҙендә бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡ Федераль закондар һәм Рәсәй Федерацияһы субъект-тары закондары менән бирелгән граждандар.
Бушлай юридик ярҙам алыу өсөн ошо категорияларға ҡараған граждандар 2019 йылда бушлай юридик ярҙам дәүләт системаһында ҡатнашыусы адвокаттарға мөрәжәғәт итә ала.
2019 йылда бушлай юридик ярҙам дәүләт системаһында ҡатнашыусы адвокаттар исемлеге
Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһының Мәсетле районы филиалы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 25.
1. Фәнил Нуриәхмәт улы Ғиниәтуллин (реестр номеры 03/1616).
2. Илшат Ғабдулхай улы Мөбәрәкшин (03/432).
3. Ришат Ғабдулхай улы Мөбәрәкшин (03/431).
4. Айгөл Салауат ҡыҙы Ғиниәтуллина (03/2196).
Граждандарҙы ҡабул итеү 8 (34770) 2-00-30 телефоны аша алдан яҙылыу буйынса ғәмәлгә ашырыла.