Бөтә яңылыҡтар

“Мәк” операцияһы

Район территорияһында 27 май-ҙан 5 июнгә тиклем “Мәк” ведомство-ара комплекслы оператив-профилактика операцияһының беренсе этабы үтә.

Ул үҫемлектән яһалған наркотик сараларының законһыҙ әйләнеше менән көрәшеү, мәк һәм тарманың закон- һыҙ сәсеүлектәрен табып юҡ итеү, ҡырағай үҫкән наркотиклы үҫемлектәрҙе бөтөрөү, улар күпләп үҫкән ерҙәргә үтеү юлын ябыу, наркотиктар әҙерләүселәрҙе, ташыусыларҙы һәм һатыусыларҙы ҡулға алыу маҡсатында уҙғарыла.

Территорияларында ҡырағай үҫкән наркотиклы үҫемлектәр табылыуы ихтимал булған хужалыҡтар етәкселәренең уларҙы юҡ итеү буйынса саралар күрергә кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтәм. Әлеге сараларҙы күрмәгән өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 10.5-се статьяһына ярашлы, аҡсалата ҙур штраф рәүешендә (500 МРОТ-ҡа тиклем) яза ҡаралған. Шулай уҡ ер участкалары хужаларын үҫтереү тыйылған наркотиклы үҫемлектәрҙе закон-һыҙ үҫтереү һәм уларҙы юҡ итеү буйынса саралар күрмәү РФ Енәйәт кодексының 231-се статьяһы буйынса енәйәт яуап- лылығына килтереүе тураһында иҫкәртәм. Был статья менән ҡаралған яза – 8 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Шулай уҡ район халҡына билдәле булған наркотиклы үҫемлектәр үҫтереү, наркотиктар етештереү, таратыу, һаҡлау һәм һатыу факттары, наркотик саралары ҡулланған кешеләр тураһында хәбәр еткереүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итәбеҙ. Анонимлыҡ һәм бүләкләү гарантиялана.

Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге дежур часының телефоны: 8 (34770) 2-00-02, 2-04-83, 8-999-741-11-85.

Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге телефоны: 8 (34770) 2-04-80, 8-999-623-79-23.

Рөстәм ШАҺИМӘРҘӘНОВ,

Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең

енәйәтселәрҙе эҙләү оперуполномоченныйы.