Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Суд приставтары – балаларға (акция)

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Суд приставтары – балаларға” мәғлүмәт акцияһы уҙа.

Ул алименттар түләмәү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүгә, алименттарҙы түләтеүгә бәйле суд ҡарарҙарын башҡарыу буйынса суд приставтары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, әсәлек һәм балалыҡ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеүгә, шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Шулай уҡ суд приставтары акция буйынса саралар комплексы үткәрә: ойошмаларҙың бухгалтерияларын тикшерәсәк, башҡарыу документтары буйынса бурыслыларҙың хеҙмәт хаҡтарынан айлыҡ түләүҙәрҙе тулыһынса тотоп алып ҡалыу һәм аҡсаны бурысты алыусыға ваҡытында күсереү тураһында аңлатасаҡтар.

Бынан тыш, алименттар буйынса бурыслыларға ҡарата мәжбүри үтәтеү сараларын көсәйтеү ваҡытында алименттар буйынса бурыслыларҙың милектәренә арест һалынасаҡ, бурыслының Рәсәйҙән ситкә сығыуы ваҡытлыса сикләнәсәк, автотранспорттары менән идара итеү сикләнәсәк, эшләмәгән граждандарҙы иҫәпкә ҡуйыу һәм артабан эшкә урынлаштырыу өсөн улар халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә ебәреләсәк, алимент түләүҙән ситләшеүселәр административ һәм енәйәт яуаплылыҡтарына тарттырыласаҡ.

2019 йыл башынан республиканың суд приставтары алимент түләүҙән ситләшеп йөрөгән граждандарға ҡарата РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35.1 статьяһы буйынса 1320 эш һәм РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса 508 енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан

буйынса идаралығының Мәсетле районы бүлеге.