Бөгөн ер пайҙары менән эштәр нисегерәк тора һуң? Был хаҡта Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов һөйләне.
– Пай ерҙәрен алыу һәм рәсмиләштереү процесы шыма ғына бармай. Өлөшкә хоҡуҡлылар исемлегенә эләккән ҡайһы берәүҙәр уны документ менән рәсмиләштермәгән. Шул рәүешле әле ул саҡта уҡ талап ителмәгән ерҙәр барлыҡҡа килгән һәм улар ауыл биләмәләре милкенә тапшырылған.
Талап ителмәгән ер участкаларын ауыл советтарына тапшырыу бөгөн дә бара, сөнки хәҙер ҙә пай хужалары үҙ өлөштәренән баш тарта, йәиһә хужаһы үлгәндән һуң вариҫ хоҡуғына инмәйҙәр һәм башҡалар.
Шулай ҙа бөгөн сүп үләне баҫып ятҡан пай ерҙәренең артыуы – күңел-һеҙ күренеш. Бының сәбәбе – ер участкаларын маҡсатлы файҙаланмау, ерҙәр-ҙе яҡшыртыу һәм тупраҡты һыу эрозияһынан, һаҙлыҡҡа әйләнеүҙән, һыу йәки сүп-сар баҫыуҙан, артыҡ тығыҙланыуҙан, бысраныуҙан һаҡлау һәм ерҙәр сифатын насарайтыусы һәм улар-ҙың деградацияланыуына килтереүсе башҡа процестарҙы булдырмау буйынса мәжбүри сараларҙың ваҡытында үтәлмәүе һәм сифатһыҙ үтәлеүе.
Үҙ пайыңа, ҡасандыр эшкәртелгән, тәрбиәләнгән, ашламаланған ергә ундай мөнәсәбәт райондың ғына түгел, ә бөтә республиканың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәре сифатының шаҡтай насарланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә беҙ ауыл хужалығы продукцияһын алып еткермәйбеҙ, тупраҡ уңдырышлылығының түбән һәм ергә документтар әҙерләү ҡатмарлы булыуы арҡаһында беҙҙең район инвестор-ҙарҙы йәлеп итмәй.
Ундай деградацияланған пай ерҙәренең иң күп һаны бөгөн Ҡорғат һәм Ростов ауыл биләмәләрендә. Уларҙы элекке хәлдәренә ҡайтарыу һәм яңынан әйләнешкә индереү өсөн ҙур сығымдар кәрәк.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе тейешле файҙаланыу өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен Россельхознадзор, шулай уҡ муниципалитет, йәғни район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре күҙәтә.
Быйылдан пай ерҙәре хужалары тарафынан ер ҡануниәтенең үтәлешен контролләү буйынса тикшереүҙәр әүҙемләште. Инспекторҙар муниципаль ер контроле етәксеһе күрһәтмәләре нигеҙендәге эш пландарына ярашлы тикшереүҙәр уҙғарасаҡ.
Муниципаль контролгә ер ҡануниәтенең боҙолоуы билдәләре булыуын раҫлаусы власть, урындағы үҙидара органдары, юридик ойошмалар йәиһә граждандар мөрәжәғәт иткән осраҡта, тикшереү пландан тыш үткәрелә.
Үҙ эштәрендә муниципаль инспекторҙар РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы статьяларына нигеҙләнә: 8.6-сы статьяның 1-се һәм 2-се, 8.7-се статьяның 1-се һәм 2-се, 8.8-се статьяның 2-се һәм 2.1-се өлөштәре һәм башҡалар.
РФ КоАП-ына ярашлы, админис-тратив хоҡуҡ боҙоу булғанда, йәғни милекселәр тарафынан ер участкаһы сифаты насарайтылғанда, уға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыла. Ғәйепле кеше яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Штраф санкцияларынан тыш, суд ер участкаһын тартып алыу тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкин.
Шул рәүешле ауыл советтары милкенә ҡайтарылған ер пайҙары ҡануниәткә ярашлы рәсмиләштереләсәк һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ҡуртымға биреләсәк. Районда бөгөн ул ерҙәрҙе эшкәртергә әҙер ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар бар.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тергеҙер, уларҙың сифатын күтәрер һәм артабан деградацияланыуына юл ҡуймаҫ өсөн талап ителмәгән йәки эшкәртелмәүсе ерҙәрҙе әйләнешкә ҡайтарырға кәрәк.