Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
18 Апрель 2019, 14:03

Автомобиль эйәләре хәҙер нимә өсөн штраф түләйәсәк?

Башҡортостан Ҡоролтайы депутаттары тарафынан водителдәргә машиналарын газондарға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына ҡуйыуҙы тыйыусы закон ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһының 2019 йылдың 9 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” 95-з һанлы Законы ҡабул ителеү менән бәйле БР КоАП-ының 6.21-се статьяһы менән транспорт сараларын газондарға, сәскә түтәлдәренә, йәшелләндерелгән башҡа территорияларға, балалар, спорт майҙансыҡтарына ҡуйыу әлеге территорияларҙан йөрөүгә тиңләштерелә һәм бының өсөн административ яуаплылыҡ билдәләнә.

Шаҡтай ҙур штрафтар янай. Граждандар өсөн ул – 1-ҙән 2 мең һумға, вазифалы кешеләр өсөн – 5-тән 10 мең һумға, юридик ойошмалар өсөн 20-нән 30 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Законды ҡабатлап боҙған өсөн штрафты икеләтә күләмдә түләргә тура киләсәк. Автомобилдәрен газонға ҡуйырға яратыусылар менән көрәштә шунда йәшәгән кешеләр ҙә ҡатнаша ала: газонда туҡтау фактын кеҫә телефонына төшөрөп алыу ҙа етә. Ә бына штрафтарҙан килгән аҡсаға яңы туҡталҡалар (парковкалар) йыһазландырыу һәм махсус кәртәләр ҡуйыу планлаштырыла. Шулай итеп, бик тиҙҙән автомобиль ҡуйыу мәҙәниәте үҙгәрәсәк, ә торлаҡ ихаталары күпкә йәмләнәсәк.

Фактты телефонға төшөрөп хәбәр ебәрергә мөмкин. Хәбәрҙә төшөрөүсенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, почта адресы, ҡултамғаһы һәм дата; транспорт сараһын күргән урын, уны күреү датаһы һәм ваҡыты, транспорт сараһының дәүләт номеры һәм, мөмкин булһа, уның маркаһы, кузов моделе һәм төҫө, шулай уҡ төшөрөү өсөн ҡулланылған сара тураһында мәғлүмәттәр булырға тейеш. Фотографияларҙа һәм видеояҙмаларҙа транспорт сараһының газонда йәки башҡа йәшелләндерелгән территорияла һәм башҡа ерҙә ултырыуы, уның дәүләт номеры, шулай уҡ билдәле бер статик фонда төшөрөлөүе күренеп торорға тейеш.

Мөрәжәғәттәрҙе Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса административ комиссияға (8-34770- 2-02-42) ебәрергә кәрәк, баш белгес – административ комиссияның яуаплы секретары, [email protected]. Фото һәм видеояҙмалар-ҙы электрон рәүештә ебәреү яҡшыраҡ.

Хәбәр итеүҙең кәңәш ителгән формаһы Мәсетле районы хакимиәтенең рәсми сайтында урынлаштырылған: https://mechetly. bashkortostan.ru/.