Ялған алкоголь эсемлектәре ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Уларға эләккән ағыулы берләшмәләр, айырыуса спирт еҫе сыҡҡан, тәме буйынса ла, еҫе, төҫө менән дә этил (шарап) спиртынан айырылмаған яныусан төҫһөҙ шыйыҡса – метил спирты төрлө органдарҙың ауыр зарарланыуына һәм үлемесле ағыуланыуҙарға килтерә. Метил спиртынан иҫереү кәйефте күтәрмәй, ә киреһенсә, кешене бәлйерәтә, башты ауырттыра, хәрәкәттәрҙәге үҙ-ара ярашыу-ҙы боҙа, кеше ауыр йоҡоға тала. Йоҡлағандан һуң күпмелер ваҡыт кеше үҙен ярайһы уҡ яҡшы тойорға мөмкин, ләкин икенсе тәүлек башланыуға хәл, аңды юғалтыуға барып етеп, кинәт насарлана. Медицина ярҙамы булмағанда яҡынса өсөнсө тәүлеккә һулыш алыу үҙәге фалижынан кеше үлә. Метил спирты күреү һәләтенә ныҡ йоғонто яһай, һуҡырайыу өсөн 6-7 мл матдә етә.
Спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу ҙа бик күп ағыуланыуҙарға килтерә. Этил спирты аҙыҡ-түлек продукты булыуға ҡарамаҫтан, күп миҡдарҙа ул ҡаты ағыулай.
Ялған спиртлы эсемлектәр илебеҙ өсөн күптән инде ысын афәткә әйләнде. Беҙҙең районда ла спирлы эсемлектәр һатыу осраҡтары теркәлгән. Мәҫәлән, ошо йылда Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан РФ КоАП-ының 14.2-се статьяһы (“алкоголле продукция һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн”) буйынса ун хоҡуҡ боҙоу ҡырҡа бөтөрөлгән.
Балиғ булмағандарға алкоголле продукция һатыуҙың бер осрағы асыҡланды (РФ КоАП-ының 14.16.2.1-се статьяһы – “Балиғ булмағандарға берәмләп алкоголле продукция һатыу, әгәр был ҡылыҡ енәйәти яза бирерлек эш булмаһа”).
Әлеге ҡылыҡтарҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлау баш китерлек енәйәттәр рәтенә индерелеүенә граждандарҙың иғтибарын йәлеп итәбеҙ, улар өсөн яуаплылыҡ РФ Енәйәт кодексының 171.4-се статьяһы менән ҡаралған һәм ул 50-нән 80 мең һумға тиклем күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең өстән алты айға тиклем осорҙағы эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штрафты, йәиһә бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәрен күҙ уңында тота.
Рәсәй МВД-һы Мәсетле районы буйынса бүлегенең административ ҡануниәтте
үтәү инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.