Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
10 Апрель 2019, 13:05

“Бурыслы” дөйөм профилактик сараһын уҙғарыу тураһында (10.04.2019)

Мәсетле районы территорияһында 18 марттан 27-һенә тиклем “Бурыслы” дөйөм профилактик сараһы уҙғарылды.

2019 йылдың үткән осоронда административ язаны үтәүҙән баш тартҡан өсөн 26 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, шулар-ҙың 2-һе мировой суд ҡарары буйынса административ ҡулға алыныу рәүешендәге административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 20 хоҡуҡ боҙоусы мәжбүри эштәр рәүешендәге админис-тратив язаға дусар ителгән, ҡалғандарға түләнмәгән штрафтарының икеләтә күләмендә административ штрафтар тәғәйенләнгән. Элек

һалынған штрафтарын үҙ иректәре менән түләргә теләмәгәндәргә ҡарата суд приставтары-башҡарыусылары хеҙмәтенә 34 ҡарар ебәрелгән.

Үрҙә бәйән ителгәндәр менән бәйле, түләнмәгән административ штрафтары булған граждандар, бурысығыҙҙы түләп, квитанцияһын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса Мәсетле эске эштәр бүлегенең 23-сө кабинетына килтерегеҙ. Түләнмәгән штрафтарығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.

Регина ҒӘНИЕВА,

Рәсәй МВД-һы Мәсетле районы буйынса

бүлегенең административ ҡануниәтте

үтәү инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.