РФ Ғаилә кодексының 80-се статьяһына ярашлы, ата-әсәләр балиғ булмаған йәштәге балаларын ҡарарға бурыслы. Балиғ булмаған балаларын ҡарау тәртибен һәм формаһын ата-әсәләр үҙ аллы билдәләй.
РФ Ғаилә кодексының 16-сы бүлегенә ярашлы, ата-әсәләр балиғ булмаған балаларын ҡарау (алимент түләү) тураһында килешеү төҙөргә хоҡуҡлы. Әгәр атай йәки әсәй балиғ булмаған балаһын ҡарауҙы тәьмин итмәһә, унан аҡса (алимент) суд тәртибендә түләтелә.
Алимент түләмәгән өсөн өс төрлө яуаплылыҡ ҡаралған.
Был яуаплылыҡ төрө буйынса алимент түләүсенең ғәйебе менән алимент түләүҙе кисектергән өсөн неустойка ҡаралған. Неустойка күләме кисектергән һәр көн өсөн түләнмәгән алимент суммаһынан икенән бер процент тәшкил итә. Гражданлыҡ яуаплылығын ҡулланыуға ирешеү өсөн уны түләтергә теләгән кеше бурысты һәм неустойканы түләтеү тураһында талап менән дәғүә ғаризаһы яҙып судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш.
Алимент түләмәгән өсөн штраф, банктағы иҫәпкә, милеккә арест һалыу, ил территорияһында күсеп йөрөүҙе йәки сит илгә сығыуҙы сикләү, автотранспорт менән идара итеүгә хоҡуҡтан мәхрүм итеү, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү кеүек язалар ҡарала.
Был төр яуаплылыҡ енәйәт составы булғанда –суд ҡарарын йәки нотариус аша төҙөлгән килешеүҙе боҙоп, етди сәбәпһеҙ балиғ булмаған балаларын, 18 йәше тулған эшкә һәләтһеҙ балаларын ҡарауға аҡса түләүҙе бер нисә тапҡыр боҙғанда ҡулланыла (РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се бүлеге).
Был енәйәт өсөн түбәндә һаналып үткән яза төрҙәре ҡаралған:
- бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре;
- бер йылға тиклем мәжбүри эштәр;
- ике айға тиклем ҡулға алыу;
- бер йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
суд приставтары хеҙмәтенең Мәсетле районы бүлеге начальнигы урынбаҫары – өлкән суд приставы урынбаҫары.