Бөтә яңылыҡтар

Криминаль хроника (март)

(1 – 20 март)

Әлеге ваҡыт эсендә Мәсетле районы эске эштәр бүлегенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 150 белдереү һәм ғариза бирелгән. Йәмәғәт урындарында иҫерек килеш йөрөгән өсөн 40 административ протокол төҙөлгән (шуларҙың дүртәүһе – ҡатын-ҡыҙға), балиғ булмаған балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн – 10.


Эй һеҙ унда, юғарыла…

Яңы Мөслим ауылынан бер ҡатын 2 сәғәт 40 минутта үҙенең өй ҡыйығында билдәһеҙ кешенең йөрөүе тураһында хәбәр итә, шуның менән бәйле полиция отрядын ебәреүҙәрен үтенә.

Татлы тормош теләгән

“Монетка” магазины хеҙмәткәренән телефон аша балиғ булмаған малайҙың бер нисә плитка шоколад урлауы тураһында хәбәр килгән.

Ҡарауһыҙ ат

Туҡбай ауылы кешеһе бер ауылдашының ҡарауһыҙ йөрөгән атының уның бесәнен ашауына зарланған.

Һөжүм иткәндәр һәм туҡмағандар

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын иртәнге 5 сәғәт 25 минутта кафе эргәһендә иренә һөжүм итеүҙәре һәм туҡмауҙары тураһында хәбәр итә. 6 сәғәт 25 минутта зыян күреүсе медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, уға “бите, ирендәре, шулай уҡ тубыҡ быуынындағы йомшаҡ туҡымаларының һуғылыуҙан имгәнеүе, алкоголдән иҫереү” диагноздары ҡуйылған.

Янъял өсөн урын тапҡан

3 сәғәт 30 минутта полиция хеҙмәткәренән хеҙмәтен үтәгән ваҡытта 2 сәғәт 30 минутта бүлектең ишегенә алкоголдән иҫереү билдәләре булған билдәһеҙ ирҙең шаҡыуы хаҡында рапорт була. Эске эштәр бүлеге фойеһында әлеге ир үҙен агрессив тота: мәғлүмәт стендына йоҙроҡтары менән һуға башлай, полиция хеҙмәткәренең законлы талаптарына иғтибар итмәй. Янъялсы район үҙәгенең 1974 йылғы кешеһе булып сыға.

Тайып йығылған…

4 сәғәт 15 минутта “112” диспетчер хеҙмәтенән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан бер ҡатын шылтыратыуы тураһында хәбәр килә. Ул ҡатындың бер туғанының кафе күтәрмәһендә тайып йығылыуы, полиция хеҙмәткәрҙәренең быны теркәүен үтенеүе хаҡында хәбәр итеүен белдерә. 5 сәғәт 25 минутта йығылыусы “ашығыс ярҙам”ға мөрәжәғәт итә, унда уға “Уң сирағындағы ике бәкәле лә ябыҡ һынған, һыныҡтары урынынан күскән, аяҡ табаны тайған, алкоголдән иҫергән” диагноздары ҡуйыла.

Был ни тағы?

Кесе Ыҡтамаҡ ауылы кешеһе “112”-гә шылтыратып, билдәһеҙ өс кешенең фатир-ға атылып килеп инеп, уны туҡмарға һәм электрошокер ҡулланырға маташыуҙары хаҡында хәбәр итә. Ғариза биреүсе туғаны менән икенсе бүлмәгә инеп ҡасалар.

Тракторсы

Район үҙәгендә йәшәгән бер ҡатын иҫерек тракторсының “Беларус” тракторында өй алды баҡсаһын емереүе һәм күршеләренең ҡапҡаһын йәмшәйтеүе тураһында хәбәр итә.

Хәүефле ҡатын

Ләмәҙтамаҡ кешеһенән ауыл урамдары буйлап бер әбейҙең кешеләргә үтергә ирек бирмәй, һәнәк менән йөрөүе тураһында хәбәр алына.

Ала белһәң, бирә лә бел

Оло Аҡала йәшәүсе ҡатын ғариза бирә. унда ул 2016 йылдың 10 июнендә Яңы Мөслим ауылынан бер ғаиләгә ҡыҙҙарына фатир һатып алыу өсөн биреп торған 200 мең һум аҡсаһын ҡайтарып алырға ярҙам итеүҙәрен үтенә. Әлеге аҡсаны уға әле һаман ҡайтарып бирмәгәндәр.

Тағы ла бер ғаризаны Мәсәғүт ауылынан бер ҡатын биргән, ул 2016 йылдың 2 ноябрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында нотариус аша заем килешеүе буйынса Һөләймән ауылы кешеһенә 320 мең һум биргән, һуңғыһы сумманың ҡалған 170 мең һумын әле һаман ҡайтарып бирмәгән. Ҡатын аҡсаны ҡайтарырға булышлыҡ итеүҙәрен үтенә.

Мутлашыусылар

Һабанаҡ ауылы кешеһенән ғариза килә. унда 5 мартта Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе әсәһенең өй телефонына билдәһеҙ кешенең шылтыратып, ейәненең ситтән килгән малайҙы туҡмауы, хәҙер уның ауыр хәлдә реанимацияла ятыуы, ейәненә 3-4 йылға иректән мәхрүм ителеү янауы, шылтыратыу- сының мәсьәләне 10000 һумға хәл итә алыуы тураһында әйтеүе тураһында хәбәр итә. Был хаҡта уға әсәһе әйтә. Ул әсәһенә шылтыратыусыларҙың шәхесен асыҡлауҙы һәм ғәмәлдәге ҡануниәт менән билдәләнгән сараларҙы күреүҙе үтенә.

Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе ҡатындан 5 мартта билдәһеҙ ирҙең алдашыуы һәм, ышанысынан артыҡ файҙаланып, уны абонент номерына 20000 һум күләмендә аҡса күсерергә мәжбүр итеүе хаҡында ғариза килә.

Бөтә факттар буйынса тикшереүҙәр бара.