Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

Һуңғы ваҡытта беҙҙең район территорияһында ла телефон аша мутлашыу осраҡтары йышайҙы.

Енәйәт схемаһы ярайһы уҡ ябай һәм ул, үкенескә ҡаршы, эшләй: гражданға билдәһеҙ кеше шылтыратып, уның балаһы тауышына оҡшатып, дуҫы менән һуғышыуы, уны дауаханаға алып китеп барыуҙары хаҡында хәбәр итә. Тоҙаҡҡа эләгеүсе иҫен йыйып алғансы, телефон трубкаһын енәйәтселәрҙең икенсеһе ала һәм һеҙҙең улығыҙ кешене туҡманы, зыян күреүсе ауыр хәлдә, улығыҙ ҙа зыян күрҙе, уға енәйәт язаһы янай, тип әйтеп һала. Яуыз уйлы кеше, үҙ ҡорбанының һөйләшеүҙән баш тартмауына инанып, мәсьәләне “хәл итергә” тәҡдим яһай, йәғни үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре итеп таныштырып, улын енәйәт яуаплылығынан ҡотолдороу өсөн ул күрһәткән иҫәпкә йәки телефон номерына ашығыс рәүештә аҡса күсерергә кәрәк, ти, шуның менән бергә тоҙаҡҡа эләгеүсегә хәл-шарттың айышына төшөнөргә ирек бирмәй. Ваҡиғаларҙың бындай үҫешенә әҙер булмаған, яҡындарының ғүмере өсөн ҡото алынған енәйәт ҡорбаны иң яҡындағы банкоматҡа йүгерә һәм кәрәкле сумманы мутлашыусы күрһәткән иҫәпкә күсерә. Әлбиттә, ундай осраҡтарҙа һөйләшеүҙе туҡтатырға һәм нисек тә булһа улың йәки туғаның менән элемтәгә инергә һәм хәл-шартты асыҡларға кәрәк.

Интернет-сайттар аша тауарҙар һат-ҡан-һатып алған ваҡытта граждандарҙы алдау мутлашыуҙың иң киң таралған ысулы булып ҡала. Миҫал өсөн, граждан мөлкәт (ул күсемһеҙ милек, көнкүреш техникаһы, транспорт сараһы һәм башҡалар булырға мөмкин) һатыу тураһында сайтҡа белдереү ҡуя. Оҙаҡламай уға мутлашыусы шылтырата һәм һатылыусы йәки һатып алыныусы предметтың характеристикаларын аныҡлағандан һуң, миҫал өсөн, өй миңә бик оҡшаны, хаҡына ла ризамын һәм уны тиҙерәк һатып алырға теләйем, ти һәм шуның менән бәйле тоҙаҡҡа эләгеүсенең банк картаһы иҫәбенә алдан түләү индерергә тәҡдим итә. Өйөн тиҙерәк һатырға теләгән граждан быға ризалаша. Енәйәтсе ҡорбанына банк карталарының һандарын, картаның артҡы яғындағы өс урынлы кодын һәм шулай уҡ картаның ғәмәлдә булыу срогын атауҙы үтенә. Әлеге мәғлүмәттәрҙе хәбәр иткәндән һуң ҡорбандың телефонына код менән СМС-хәбәр килә, мутлашыусы был кодты атауҙы ла үтенә. Бик тиҙ килешеү төҙөүгә өмөтләнгән һатыусы-ҡорбан банктың “не сообщайте данный код никому” тигән текст менән иҫкәртеүенә лә ҡарап тормай, кодты әйтеп бирә. Ошонан һуң карта иҫәбендәге аҡсаһының алыныуы асыҡлана. Белеп ҡуйығыҙ, намыҫлы һатып алыусыға картағыҙҙың артҡы яғында күрһәтелгән һаҡлаусы коды һәм уның ғәмәлдә булыу срогы кәрәкмәй. Хатта һеҙҙең картаға аҡса күсерергә кәрәкһә лә, һатып алыу-сыға карта номеры ғына етә, ә артығы кәрәкмәй. Шулай уҡ мобиль банктың программа белдереүҙәрендә күрһәтелгән иҫкәртеүҙәргә лә иғтибарлы булығыҙ.

Был бихисап мутлашыу ысулдарының бары тик икәүһе генә. Һәр осраҡ уникаль һәм үҙенә бер төрлө. Мутлашыусылар потенциаль ҡорбан менән һөйләшкәндә килеп тыуған хәл-шартҡа бик оҫта көйләнә һәм ваҡиғаның артабанғы үҫеше тулыһынса һеҙҙең уяулыҡҡа, аҡыл асыҡлығына һәм түҙемлеккә бәйле. Һеҙгә таныш булмаған кешеләрҙең инструкциялары буйынса, өҫтәүенә телефон, СМС йәки төрлө мессенджерҙар буйынса эш итергә ашыҡмағыҙ, хатта яҡындарығыҙ тураһында һүҙ барған хәлдә лә. Шул уҡ туғанығыҙға шылтыратығыҙ. Персональ мәғлүмәттәргеҙҙе таныш булмаған кешеләргә әйтмәгеҙ, мобиль банктар- ҙа буш СМС йәки һеҙгә әйттереп яҙ- ҙырған һандарҙы ебәрмәгеҙ, уларҙың һеҙҙең карталағы аҡсаны күсереү өсөн команда булыуы ихтимал. Ҡиммәтле ваҡытты эшләнгән хата өсөн үкенеүгә сарыф иткәнсе, телефон трубкаһын ваҡытында һалып, үҙ мөлкәтең өсөн тыныс булыу яҡшыраҡ.

Илнур ВӘХИТОВ,

Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса бүлегенең

тәфтиш бүлеге өлкән тәфтишсеһе.