Бөтә яңылыҡтар

Суд ғәйепләү хөкөмө сығарҙы

23 енәйәт ҡылғандар

Балаҡатай район-ара суды Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле райондары территорияларында күп тапҡыр урлашҡан Мәсетле районының өс кешеһенә ҡарата ғәйепләү хөкөмө сығарҙы.

Суд билдәләүенсә, 2017 йылдың 5 майынан 14 сентябренә тиклем Мәсетле районы граждандары Н., Х. һәм З. законһыҙ юл менән байығыу маҡсатында Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле райондары территорияларында 23 енәйәт ҡылғандар (РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшөндәге “а, б” пункттары – законһыҙ юл менән бинаға йәки һаҡлау урынына үтеп инеп, алдан һөйләшеп ҡуйыу буйынса төркөм менән сит милекте йәшерен урлау).

Енәйәтселәр ауыл магазиндарына, микрозайм офистарына, административ бина- ларға үтеп ингән. Енәйәттәрен йәшереү өсөн улар төндәрен битлек, бирсәткәләр, махсус кейем, бинаны ватып асыу инструменттары ҡулланып эш иткәндәр. Бынан тыш, ғәйепләнеүселәр, уларҙың урлашыуға бәйле булыуҙарын хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә ҡалһа, урланған әйберҙәр менән тотолмаҫ өсөн, бары тик аҡсалар ғына урлаған.

Уларҙың енәйәттәре һөҙөмтәһендә шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә 750 мең һумдан ашыу дөйөм суммаға зыян килтерелгән.

Суд тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса Н. үҙ ғәйебен танымаған, Х. менән З. үҙҙәре ғәйепләнгән дүрт енәйәттә ғәйептәрен таныған, башҡа урлашыуҙарҙа ғәйептәрен танымағандар.

Әммә дәүләт ғәйепләүе суд-ҡа Н., Х., З.-ларҙың ҡылынған енәйәткә ҡағылыштары булыуын раҫлаусы етәрлек дәлил килтергән. Суд был дәлилдәр- ҙе ҡабул итте һәм ғәйепләү хөкөмө сығарғанда нигеҙ итеп алды.

Прокурор позицияһына ярашлы, Н. суд хөкөмө менән дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына 6 йылға иркенән мәхрүм ителде, Х. – ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына 5 йылға иркенән мәхрүм ителде, З. ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына 3 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм ителде.

Әлеге ваҡытта хөкөм законлы көсөнә инмәгән.

Был енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһы Башҡорт-остан Республикаһы прокуроры урынбаҫары тарафынан раҫланған, дәүләт ғәйепләүен район прокуроры хупланы.

Э. Гәрәев,

район прокуроры урынбаҫары.