Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре ҡатнашлығында әлеге торлаҡ бинаны ҡараған ваҡытта федераль ҡануниәт талаптарының һиҙелерлек боҙолоуы, шулай уҡ торлаҡ бинаға проект документацияһынан тайпылыштар, атап әйткәндә, торлаҡ иҙәненең, стеналарының һәм түшәменең етерлек йылытылмауы асыҡланды.
Әлеге боҙоуҙарға юл ҡуйыу факты буйынса район прокуратураһы тарафынан Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенә федераль ҡануниәт талаптарын боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында рәсми тәҡдим индерелде.
Прокурор актын ҡарау барышында был торлаҡ йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылды, шуның менән бәйле граждан В.-ға ваҡытлыса альтернатив торлаҡ бина бирелде.
Унан тыш, прокуратура телгә алынған бинаны ремонтлау- ға төҙөүсе йәлеп итеүгә иреште. Шуның менән бәйле урындағы үҙидара органы менән төҙөүсе араһында килешеү төҙөлдө, уға ярашлы күрһәтелгән торлаҡ бина өҫтәмә йылытыу, шул иҫәптән газ менән тәьмин иткес үткәреү менән (әлегә ҡәҙәр өй электр менән йылытылған) йыһазландырыласаҡ.
Ҡануниәт боҙоуҙарға юл ҡуйыу факты буйынса Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Район прокуратураһы әсәлек капиталы аҡсаларын файҙаланғанда балиғ булмаған балалар хоҡуҡтарының һаҡланыуын тикшерҙе.
Ике ғаиләнең дәүләт ярҙамы средстволарын торлаҡ төҙөүгә (реконстукциялауға) киткән сығымдарын компенсациялау юлы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеүе билдәләнде.
Шуның менән бергә аҡса алған ваҡытта улар торлаҡты ғаиләнең бөтә ағзаларының милке итеп рәсмиләштерергә яҙма рәүештә һүҙ биргән, ләкин ярты йыл дауамында балаларының торлаҡ биналарға хоҡуҡтарын теркәмәгәндәр. Был балиғ булмағандарҙың мәнфәғәттәрен ҡыҫыуға һәм милектең опека һәм попечителлек органының ризалығынан тыш һатылыуына килтерергә мөмкин ине.
Бының менән бәйле район прокуроры суд тәртибендә ҡануниәт боҙоуҙарҙы бөтөрөүҙе талап итте.
район прокуроры урынбаҫары.