БР Хөкүмәтенең 2016 йылдың 10 июнендәге 170-се ҡарары менән БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 3 апрелендәге “Законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын үҙ ирке менән тапшырған өсөн граждандарҙы бүләкләү тураһында” 90-сы ҡарарына үҙгәрештәр индерелгән.
Әлеге ҡарарға ярашлы түләүҙәр суммалары шаҡтай артты, мәҫәлән:
- гранатомёт, миномёт, пулемёт – 25000 һум;
- винтовка, карабин – 15000 һум;
- һырлы көбәкле һунар, спорт атыу ҡоралы – 15000 һум;
- ҡулдан яһалған һырлы, шул иҫәптән ҡыҫҡа көбәкле ҡорал, һырлы ҡорал обрезы – 15000;
- пневматик һунар, шыма көбәкле атыу ҡоралы– 10000 һум;
- сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән (травматик) атыу ҡоралы – 7000 һум;
- газлы револьверҙар, пистолеттар – 5000 һум.
Хөрмәтле граждандар, һәр бер законһыҙ һаҡланған ҡоралдың Һеҙгә, яҡындарығыҙға һәм йәмғиәткә, уларҙың именлегенә хәүеф тыуҙырыуы тураһында иҫкәрткем килә. Был хаҡта уйланырға һәм бәлә килгәнен көтмәҫкә кәрәк.
Законһыҙ һаҡланған ҡоралдары, һуғыш кәрәк-яраҡтары, шартлатҡыс матдәләре һәм шартлатҡыс ҡоролмалары булған граждандар уларҙы Рәсәй гвардияһы БР буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһенә йәки Рәсәй- ҙең райондарҙағы МВД бүлектәренә тапшыра һәм уларҙы үҙ иректәре менән тапшырған өсөн аҡса ала ала.
Ҡоралды законһыҙ һатып алған, тапшырған, һатҡан, һаҡлаған йәки үҙе менән йөрөткән өсөн РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһына ярашлы, шулай уҡ ҡорал яһаған һәм уның конструкцияһына үҙгәрештәр индергән өсөн РФ Енәйәт кодексының 223-се статьяһына ярашлы енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Ҡоралын һәм үрҙә күрһәтелгән предметтарҙы үҙ ирке менән тапшырған кеше, әгәр уның ғәмәлдәрендә башҡа енәйәт составы булмаһа, енәйәт яуаплылығынан азат ителә.
Бөтә факттар буйынса 02, 8 (34770) 2-04-80, 2-00-02 телефондарына хәбәр итергә мөмкин.
Рәсәй гвардияһы БР буйынса идаралығының
лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһе инспекторы, полиция майоры.