Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
28 Ғинуар 2019, 16:03

Криминаль хроника (ғинуар 2019 й.)

Ошо ваҡыт арауығында Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең дежур часына енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 87 белдереү килгән. Йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән өсөн – 12, иҫерек килеш автотранспортҡа идара иткән өсөн – 5, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 151 административ протокол төҙөлгән.

“Ашығыс ярҙам” бүлексәһенә мөрәжәғәттәр

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе тиҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уға беләктәрендә, ҡул суҡтарында бик күп киҫелгән, йыртылған яралар диагнозы ҡуйыла. Ҡыҙ кеше быялаға үҙе киҫелеүе тураһында хәбәр итә.

* * *

Дыуан-Мәсетле ауылынан да бер ҡатын медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Уға ябыҡ баш һөйәге-мейеһе травмаһы, баш мейеһе һелкенеү, баш түбәһе һуғылып имгәнгән, алкоголдән иҫереү диагноздары ҡуйыла. Зыянланыусының һүҙҙәренсә, уны ире туҡмаған.

* * *

Түбәнге Бобин ауылында йәшәгән бер ир шулай уҡ тиҙ ярҙам бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Уға беләктәрендә тәрән булмаған киҫелгән яралар, алкоголдән иҫереү диагноздары ҡуйыла.
Һәнәк – ҡорал

Район дауаханаһына Әжекәй кешеһе мөрәжәғәт итә. Диагнозы – иңбашында сәнселгән яра.

Оператив тикшереү төркөмөнөң эше барышында зыян күреүсене үҙ ихатаһында Яңы Мөслим ауылы кешеһенең һәнәк менән сәнсеүе асыҡлана.
Таныш

“112” хеҙмәте операторынан уларға Мәсетле районында йәшәүсе ҡатындан “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгендә битенә бер танышының һуғыуы, хәҙер уның сыҡҡан ерҙә көтөп тороуы тураһында шылтыратыу булыуы хаҡында хәбәр килә.
Урлашыу

Яңы Мөслим ауылы кешеһе үгәй атаһының көлһыу төҫтә ике кресло урлауы хаҡында хәбәр итә.
“Каратэ оҫтаһы”

Район үҙәгендә йәшәүсе 24.00 сәғәт тирәһендә уның ҡапҡаһына типкеләгән (шул арҡала хәҙер йоҙағы асылмай), шулай уҡ почта йәшниген йәмшәйтеп бөткән ауылдашын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙарын үтенә.
Адекват булмаған водитель

Йыланыш эргәһендәге АЗС-та еңел автомобиль водителе яғыулыҡ ҡойоу колонкаһын боҙа, таблоны вата, яғыулыҡ ҡойоу пистолетын йолҡоп сығара һәм машинаһына ултырып һыпырта.
Элекке

Айып ауылынан бер ҡатын ҡыҙын элекке кейәүенең социаль селтәрҙәрҙә кәмһетеүе һәм мыҫҡыллауы тураһында хәбәр итә.
Ғәйебен танып килгән

Октябрьск ауылы кешеһе үткән йылдың 24 сентябрендә ағаһы менән һүҙгә килешеүен, уның барышында ағаһына бер нисә тапҡыр һуғыуын таный, шунан һуң тегеһе йығылып, ҡабырғаһы менән тупһаның сығып торған өлөшөнә бәрелә. Нисә тапҡыр һуғыуын хәтерләмәй, сөнки иҫерек була.
“Пятерочка”

“Пятерочка” магазины директоры билдәһеҙ йәш кешеләрҙең 0,25 литрлыҡ ике шешә араҡы урлауы тураһында ғариза яҙған.


Бөтә факттар буйынса ла тикшереүҙәр уҙғарыла.