Отчет осоронда Мәсетле районы суд приставтары тарафынан судьялар һәм суд процестарында башҡа ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә 601 заявка үтәлгән. Судьяларға мәжбүри килтерелергә тейешле 49 кеше килтерелгән. Суд приставтары- башҡарыусыларына суд приставы- үтәтеүсеһенә килеүҙән ситләшеүсе 190 граждан килтерелгән. Мөлкәткә арест һалыу һәм уны тартып алыу ғәмәлдәрен үтәгән ваҡытта суд приставтары- башҡарыусыларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса 499 заявка үтәлгән. Пропуск режимын бойомға ашыр-ғанда бәкеләр, үткерләгестәр, яныусан һәм тоҡаныусан предметтар табылған. Телгә алынған факттар буйынса саралар күрелгән.
Эске эштәр органдарына тәүтикшереү, тәфтиш йәки суд органдарынан ҡасҡан кешеләрҙе эҙләргә һәм тоторға булышлыҡ күрһәтеү буйынса вәкәләттәрен бойомға ашырғанда 2018 йылда суд приставтары тарафынан 2 кеше ҡулға алынған.
Суд приставтары хеҙмәтенең Мәсетле район бүлексәһендә судта билдәләнгән тәртипте боҙоусы граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. 2018 йылдың 12 айындағы эш һөҙөмтәләре буйынса 20 хоҡуҡ боҙоусы РФ КоАП-ының 17.3-сө статьяһы (суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү буйынса судья йәки суд приставы күрһәтмәһен үтәмәү) буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Шулай уҡ 11 хоҡуҡ боҙоусы РФ КоАП-ының 17.8-се ста-тьяһы (башҡарыу документтарын мәжбүри үтәтеү һәм суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү буйынса функцияларҙы бойомға ашырыуға вәкәләтле органдағы вазифалы шәхестең законлы эшмәкәрлегенә ҡамасаулау) буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Суд залындағы тәртип Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексынан тыш башҡа закондар менән дә һаҡлана. Судьяға ҡарата мыҫҡыллау (кәм- һетеү) – күнегелгән тупаҫлыҡ ҡына түгел, ә енәйәти хоҡуҡ боҙоу, уның өсөн (судьяны, присяжный заседателде йәки суд эшмәкәрлегендә ҡатнашыусы башҡа шәхесте кәмһетеүҙә сағылған судты ихтирам итмәү) РФ Енәйәт кодексының 297-се статьяһының 2-се өлөшө менән ике йөҙ мең һумға тиклем күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең 18 айға тиклем осорҙағы эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф, йәиһә 480 сәғәткә тиклем срокка мәжбүри эштәр, йә ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, йәки алты айға тиклем ҡулға алыу рәүешендә ярайһы уҡ ҡаты яза ҡаралған.
Хөрмәтле граждандар, судта бул-ғанда билдәләнгән тәртип ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, үҙ-ара ихтирамлы булығыҙ.
Мәсетле район суд приставтары хеҙмәте суд приставы, 1-се класлы юрист.