Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Ғинуар 2019, 12:03

“Бурыслы” дөйөм профилактик сараһын уҙғарыу тураһында (14.01.19)

РФ КоАП-ының 32.2-се ста-тьяһына ярашлы, административ штраф административ яуап-лылыҡҡа тарттырылған кеше тарафынан административ штраф һалыныу тураһындағы ҡарар законлы көсөнә ингән көндән алып алтмыш көндән дә һуңға ҡалмайынса түләнергә тейеш. Закон тарафынан билдәләнгән мөҙҙәттә административ штрафты түләмәгән осраҡта, полиция хеҙмәткәре ундай мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң бурыслынан штраф күләмен мәжбүри түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә административ штраф һалыныуы тураһында ҡарар ебәрә һәм бер үк ваҡытта РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында (ҡануниәт менән ҡаралған мөҙҙәттә административ штрафты түләмәү) эш ҡуҙғата. Артабан административ протокол тикшерелеү өсөн мировой судҡа ебәрелә. РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө менән 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыныу рәүешендә яза, йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, шулай уҡ түләнмәгән штраф суммаһының икеләтә күләмендә, ләкин бер мең һумдан да кәм булмаған административ штраф һалыныу ҡаралған.

БР Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһе нигеҙендә уҫал уй менән бурыстарын түләмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм элек һалынған штрафтар буйынса бул-ған бурыстарын бөтөрөү маҡсатында Мәсетле районы территорияһында 2018 йылдың 11 декабренән 19-ына тиклем “Бурыслы” дөйөм профилактик сараһы уҙғарылды.

2018 йылда административ язаны үтәүҙән баш тартҡан өсөн 127 кеше административ яуап-лылыҡҡа тарттырылған, шулар-ҙың 9-ы мировой суд ҡарары буйынса административ ҡулға алыныу рәүешендәге админис-тратив яуаплылыҡҡа тартты- рылған, 102 хоҡуҡ боҙоусыға мәжбүри эштәр рәүешендәге административ яза бирелгән, ҡал-ғандарға түләнмәгән штрафтарының икеләтә күләмендә административ штрафтар тәғәйенләнгән. Элек һалынған штрафтарын үҙ иректәре менән түләргә теләмәгәндәргә ҡарата суд приставтары-башҡарыусылары хеҙмәтенә 131 ҡарар ебәрелгән.

Үрҙә бәйән ителгәндәр менән бәйле, түләнмәгән административ штрафтары булған граждандар, бурысығыҙҙы түләп, квитанцияһын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса Мәсетле эске эштәр бүлегенең 23-се кабинетына килтерегеҙ.

Түләнмәгән штрафтарығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса бу- рыстарын ваҡытында түләргә ҡәтғи рәүештә кәңәш итә.

Р. ҒӘНИЕВА,

Рәсәй МВД-һы Мәсетле районы буйынса бүлегенең

административ ҡануниәтте үтәү инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.