Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
25 Декабрь 2018, 11:54

Тауҙар хәүефһеҙ булырға тейеш

Алда көтөлгән Яңы йыл байрамдарына, оҙайлы ялдарға, шулай уҡ уҡыу йорттарында ҡышҡы каникулдарға бәйле Мәсетле районы прокуратураһы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы боҙ майҙансығының хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүен тикшерҙе. 2011 йылдың 21 ноябрендәге “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың сәләмәтлектәрен һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” 323-сөФедераль законға ярашлы, дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ойошмаларҙың вазифалы кешеләре үҙ вәкәләттәре сиктәрендәРәсәй Федерацияһы ҡануниәтеменән билдәләнгән сәләмәтлекте һаҡлау өлкәһендә гарантияларҙы тәьмин итеү өсөн яуаплы.

2016 йылдың 28 июнендәге техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ бойороғоноң 721-се статьяһы менән раҫланған, күңел асыу өсөн ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге, ҡышҡы тауҙар, файҙаланғанда хәүефһеҙлек талаптары ҡаралған Р 56987-2016 Дәүләт стандарттарына ярашлы, тауҙарҙы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланған бөтә осор дауамында шыуырға килеүселәрҙең һәм ҡарап тороусыларҙың хәүефһеҙлектәрен тәьмин итергә тейеш.
Боҙло тауҙы файҙаланғанда хәүеф булмаҫҡа йәки минималләштерелергә һәм килеүселәрҙең хәүефһеҙлеге, шул иҫәптән йығылыуҙан, тәьмин ителергә, тауҙың өҫкө ҡатламының тигеҙ бумаған ерҙәре булмаҫҡа тейеш.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында Мәсетле районы хакимиәте ҡаршыһында тау ҡаласығы төҙөлгән, унда ике боҙло тау бар. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, был тауҙарҙан шыуып төшөү Р 56987-2016 Дәүләт стандарттарына яуап бирмәй.
Был боҙло тауҙарҙан шыуыу урындары тигеҙ һәм бер төрлө түгел, сығып торған ҡарлы урындары бар. Улар граждандарҙың, бигерәк тә балаларҙың сәләмәтлектәренә зыян килтерергә мөмкин. Шуға бәйле район прокуратураһы 2018 йылдың 18 декабрендә Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы исеменә Федераль ҡануниәтте боҙорға ярамауы һәм был боҙло тауҙарҙы үрҙә әйтелгән хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы итеү буйынса саралар күрергә кәрәклеге тураһында иҫкәртеү яһалды.
Эльдар Гәрәев,
прокурор урынбаҫары.