Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
24 Декабрь 2018, 12:38

Элекке башлыҡҡа ҡарата енәйәт эше

Мәсетле районы прокуратураһы тарафынан РФ Енәйәт кодексының 285-се статьяһының 2-се өлөшө, 292-се статьяһының 2-се өлөшө менән ҡаралған енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе элекке ауыл Советы башлығына ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһы раҫланды.

Тәфтиш версияһы буйынса элекке башлыҡ 2014 йылдың июлендә хужалыҡ кенәгәһенән танышының 1997 йылдың 1 ғинуарынан Мәсетле районында хужа булыу хоҡуғында шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн бирелгән даими ҡулланыуҙағы 2059 кв. м дөйөм майҙанлы ер участкаһы булыуы тураһында ялған күсермә әҙерләгән. Был күсермә әлеге ер участкаһына милек хоҡуғын дәүләт теркәүе өсөн нигеҙ була.

Элекке башлыҡтың законһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә ерҙәр менән идара итеү тәртибе боҙолған, шул арҡала муниципаль милектән баҙар хаҡы 110000 һумлыҡ ер участкаһы тартып алынған.

Тикшереү барышында хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан законһыҙ рәсмиләштерелгән ер участкаһы ауыл биләмәһе милкенә кире ҡайтарылды.

Ғәйепләнеүсегә йәшәгән еренән китеүҙе тыйыу рәүешендә сик ҡуйыу сараһы һайланған.

Енәйәт эше ҡарау өсөн Балаҡатай район-ара судына ебәрелде.

А. ШӘЙБӘКОВ,
район прокуроры,
юстиция советнигы.