12 декабрҙә иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Сәнәғәт һәм Энергетиктар урамдары сатында юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында “Нива” водителе, махсус урындан сығып барған йәйәүлене күрмәй, уны төрттөргән. Һөҙөмтәлә 1947 йылғы ирҙең таз һөйәге һынған. Зыян күреүсе әлеге мәлдә үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә ята.