Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
7 Декабрь 2018, 14:23

Водителдәрҙе тикшереү

МәсетлеЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш транспорт менән идара итеп, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған һәм балаларҙы транспорта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе асыҡлау өсөн рейдтар һәм тотош тикшереүҙәр үткәрҙе.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен башҡа тупаҫ боҙоу осраҡтары ла инспекторҙарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
“Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе ЮХХДИ инспекторҙары яғынан иғтибарҙың артыуын аңлап ҡабул итә. Был автомобиль юлдарында тәртип булдырыу һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн талап ителә”, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Күпләп рейдтар республиканың барлыҡ территорияһында үтте. Бигерәк тә федераль юлдарға иғтибар бүленде.
Шипланған тәгәрмәсле автомобилдәрҙә йөрөүсе автомобиль хужалары 2018 йылдың 8 декабренән “Шипы” билдәһен алып ташлай ала. Был хаҡта ҡарарға 2018 йылдың 29 ноябрендә Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.