Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
6 Декабрь 2018, 18:42

Шыршыларҙы йыҡмағыҙ

Йәш шыршы ағастарын законһыҙ киҫеүҙән һаҡлауҙы, яңы йыл шыршылары әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролләүҙе тәьмин итеү маҡсатында, 2018 йылдың 19 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Шыршы-2018” оператив-профилактик операцияһы уҙғарыла.

РФ-тың ғәмәлдәге ҡануниәтенә ярашлы, үҙ белдегең менән ылыҫлы ағастарҙы киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуап-лылығы ҡаралған. Граждандар өсөн ад- министратив штрафтар күләме – 3 меңдән 4 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн – 20 меңдән 40 мең һумға тиклем, юридик ойошмалар өсөн 200 меңдән алып

300 мең һумға тиклем тәшкил итә. Штрафтарҙан тыш, урман ҡағиҙәләрен боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Әгәр зыян суммаһы 5 мең һәм унан да күберәк тәшкил итһә, ул саҡта закон боҙоусының ҡылығы РФ Енәйәт кодексының 260-сы “Ултыртылған урман ағас-тарын законһыҙ ҡырҡыу” статьяһы менән ҡаралған енәйәт яуаплылығына килтерә. Был статья буйынса иң ҙур яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Әгәр законһыҙ киҫкән ваҡытта механизмдар, автомототранспорт саралары, үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника ҡулланылған булһа, ул саҡта административ штраф күләмдәре арта, ә ҡулланылған ҡоралдар һәм ҡырҡылған ағастар тартып алына.

Шуға күрә потенциаль урман боҙоусыларға ошо йәһәттән уйланырға һәм был һоҡланғыс ғаилә байрамын боҙмаҫҡа, ә Яңы йылдың төп атрибутын фәҡәт махсуслаштырылған шыршы баҙарҙарында ғына һатып алырға кәрәк.

Алексей КРЕСТОВСКИХ,

Балаҡатай урман хужалығы бүлеге начальнигы.