Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
16 Ноябрь 2018, 12:04

Криминаль хроника (30 октябрь – 13 ноябрь)

Оло Ыҡтамаҡ кешеһе “Рынок” сауҙа үҙәге эргәһенә ҡуйылған автомобилен билдәһеҙ шәхес алып ҡасыуы тураһында хәбәр иткән. Асҡыстары йоҙаҡта торған, багында 10 л бензины булған.

* * *

Әләгәҙ ауылында йәшәүсе ҡатын телефонын күрше ҡатын урлауы тураһында һөйләп биргән.

* * *

Оло Аҡа ауылының 1946 йылғы кешеһе участковыйға мөрәжәғәт итеп, бер аҙна самаһы элек өйөнән 5000 һум аҡсаһы юғалыуы тураһында әйткән.

* * *

Яңы Мишәр ауылынан 1973 йылғы ҡатын, телефондан шылтыратып, иренең спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыуы, уны өйөнән ҡыуып сығарыуы тураһында һөйләгән. Ул участковыйҙың ире менән профилактик әңгәмә уҙғарыуын үтенә.

* * *

Әбдрәхим ауылында йәшәүселәр ауыл клубы территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мәрмәр таҡталарҙың береһенең урталай һындырылыуын күргән.

* * *

Дыуан-Мәсетле ауылы тирәһендә “Лада Приора” автомобиле атты төрттөргән.

* * *

Билдәһеҙ кешеләр Кесе Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан кирбес заводы территорияһынан өс трос, трос-паук һәм перфоратор урлаған.

* * *

Полицияның участка уполномоченныйынан рапорт килгән. Унда Оло Ыҡтамаҡ кешеһенең ноябрь башында киске сәғәт 11 тирәһендә сүкеш һәм отвертка ярҙамында түләүҙәр ҡабул итеүсе терминалды ватыуҙа ғәйебен танып мөрәжәғәт итеүе тураһында бәйән ителгән.

* * *

Айып ауылы кешеһе полицияға яҙған ғаризаһында өйҙән билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән бергә йәшәгән ҡатынын эҙләргә булышлыҡ итеүҙәрен үтенә.


Бөтә факттар буйынса ла тикшереүҙәр уҙғарыла.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.