Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
23 Октябрь 2018, 16:08

Криминаль хроника (1 – 18 октябрь)

Әлеге ваҡыт арауығында Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенә хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәр тураһында 40-тан ашыу белдереү һәм ғариза килгән. Бөтә хоҡуҡ боҙоу- ҙарҙың сәбәбе булып нигеҙҙә кешеләрҙең алкоголдән иҫереүе тора.

Шулай уҡ ошо ваҡыт эсендә дүрт тапҡыр иректә йөрөгән малдарҙы тапатыу осрағы теркәлгән. Был малдар хужаларының ғәмәлдәрендә административ хоҡуҡ боҙоу билдәләре күренә.

Бәйҙән ысҡындырылған күрше эттәрҙең малдарға ташланыуы тураһындағы ғаризалар ҙа бар. Шулар-ҙың береһендә эт ете тауыҡты талап үлтергән, икенсеһендә һарыҡты тешләгән.


Тармалы тоҡсай

Юл-патруль хеҙмәте инспекторынан 11сәғәт 25 минутта Оло Ыҡтамаҡ ауылының Сәнәғәт урамында район үҙәгенең 1990 йылғы гражданы идара иткән ВАЗ автомобиле туҡтатылыуы һәм унан тарма еҫе килеүе тураһында рапорт килә. Транспорт сараһын тикшереү барышында тармалы тоҡсай табыла.

Ошо уҡ көндө кис водитель эске эштәр бүлегенең Мәсетле районы буйынса бүлегенә ғәйебен танып үҙе килә. Ул район үҙәге урамдарының береһендә тоҡсайға тарма йыйыуы, артабан унан үҙе ҡулланыу өсөн наркотик сараһы әҙерләргә ниәтләүе тураһында һөйләп бирә.

Бер нәмә эҙләйҙәр, икенсеһен табалар

Ҡорғат ауылынан бер ҡатын өй ихатаһынан ҡыйыҡ ябыу өсөн тәғәйенләнгән тимер табаҡтары юғалыуын күреп ҡала. Оператив эҙләү саралары барышында был енәйәтте ҡылыуҙа Первоуральск ҡалаһынан ошо ваҡытта Ҡорғатта булған 1981 һәм 1983 йылғы кешеләрҙең ҡатнашлығы булыуы ихтимал, тигән мәғлүмәт алына. Әлеге кешеләр булған өйҙө ҡараған ваҡытта “Мәк” төркөмөнә ҡараған үҫемлектәр, үҫемлек матдәһе ҡалдығы менән кәстрүл, шприц табыла.

ҮРД хирургынан Оло Аҡа ауылынан медицина ярҙамы һорап бер кешенең мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр алына. Ул кешегә “Ҡорһаҡ көбөнөң йомшаҡ туҡымалары, умыртҡа бағанаһының бил өлөшө, өҫкө ирененең йомшаҡ туҡымалары имгәнгән” тигән диагноз ҡуйылған. Мөрәжәғәт итеүсенең һүҙҙәренсә, уны эш биреүсе туҡмаған.

Вәт ҡунаҡ!

Район үҙәгендә йәшәүсе ҡатын иҫерек ҡунағының ҡайтырға теләмәүе тураһында хәбәр итә һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен ебәреүҙе үтенә.

Донъя ҡайҙа тәгәрәй?!

Район үҙәгендә йәшәүсе берәү шылтыратып, билдәһеҙ кешенең “Рынок” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан хәйриә иғәнәләре өсөн тәғәйенләнгән йәшникте урлауы тураһында әйтә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1962 йылғы кешеһе бер туғанының уға янауы, мыҫҡыллауы һәм туберкулез йоҡторор өсөн уға төкөрөнөүе тураһында хәбәр итә.

Ҡорғат ауылында йәшәүсе ҡатын ауылдаштарының береһе автомобиленең өс тәгәрмәсен балта менән зыянлауы хаҡында белдерә.

Бөтә факттар буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.