Административ штрафты закон тарафынан билдәләнгән мөҙҙәттә үҙ иркең менән түләмәгән осраҡта полиция хеҙмәткәре, ун-дай мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, бурыслынан штраф күләмен мәжбүри түләтеү өсөн административ штраф һалыныу тураһындағы ҡарарҙы суд приставтары хеҙмәтенә ебәрә һәм бер үк ваҡытта РФ КоАП-ының 20.25-се статья-һының 1-се өлөшө (ҡануниәт тарафынан ҡаралған ваҡытта административ штрафты түләмәү) буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш аса. Артабан административ протокол тикшерелеү өсөн мировой судҡа ебәрелә. РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө санкцияһы менән 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу рәүешендә яза йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эшләтеү, шулай уҡ түләнмәгән штраф суммаһының икеләтә күләмендә, ләкин бер мең һумдан да кәм булмаған административ штраф һалыу ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһе нигеҙендә уҫал уй менән бурысын түләмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм алдан һалынған штрафтар буйынса булған бурыстарҙы бөтөрөү маҡсатында Мәсетле районы территорияһында 2018 йылдың 11 сентябренән 19-на тиклем “Бурыслы” дөйөм-профилактик сараһы уҙғарылды.
2018 йылдың ағымдағы осоронда административ язаны үтәүҙән ситләшкән өсөн 105 кеше административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән, шуларҙың 8-е – мировой суд ҡарары буйынса ҡулға алыу рәүешендәге административ яуаплылыҡҡа, 88 хоҡуҡ боҙоусы мәжбүри эш рәүешендәге административ язаға тарттырылған. Ҡалғандарға түләнмәгән штраф суммаһының икеләтә күләмендә административ штрафтар тәғәйенләнгән. Элек һалынған штрафтарын үҙ иректәре менән түләргә теләмәгән граждандарға ҡарата суд приставтары-башҡарыусылары хеҙмәтенә 104 ҡарар ебәрелгән.
Түләнмәгән административ штрафтары булған граждандарҙың барыһына ла уны түләп, квитанцияһын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең 23-сө кабинетына килтерергә.
Түләнмәгән штрафтар буйынса мәғлүмәтте һеҙ 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса булған бурыстарын ваҡытында ҡапларға ҡәтғи рәүештә кәңәш итә.
Рәсәй МВД-һы Мәсетле районы буйынса бүлегенең административ
ҡануниәтте үтәү буйынса инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.