Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
3 Октябрь 2018, 14:05

Бурыстарыңды түлә һәм тыныс йоҡла

Үҙ бурыстарыңа яуапһыҙ ҡарап, һыу, йылылыҡ йәки электр энергияһы өсөн бер нисә ай түләмәһәң, бурыстар йыйылып китә.

Бөгөн ҡулланған энергия өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәр арҡаһында “Тепловик”, “Газпром төбәк-ара газ Өфө”, “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” һәм “Мәсетле һыу каналы” ойошмалары алдындағы бурыс 1667 мең һум тәшкил итә.

Ҡулланыусыларға иҫкәртеп ебәрелгән квитанциялар тәьҫир итмәй башлағас, суд приставтары эшкә тотона. Ошо көндәрҙә беҙ “Газпром төбәк-ара газ Өфө” һәм “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” вәкилдәре менән өйҙәр буйынса рейдтар ойоштор-ҙоҡ. Уның барышында 975 мең һум бурыс түләтелде. Ун бурыслының 258 мең һумдан ашыу суммаға милкенә арест һалынды.

Хөрмәтле граждандар, Һеҙгә суд приставтарының бурыстарығыҙҙы түләтеү өсөн килеүҙәрен теләмәһәгеҙ, йыйыу сборы түләргә тура килмәһен, банктар-ҙағы иҫәптәрегеҙгә арест һалмаһындар һәм сит илгә сығыуҙы сикләмәһендәр тиһәгеҙ, ҡулланылған энергия һәм хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләгеҙ.

Үҙ бурыстарығыҙ тураһында мәғлүмәтте Һеҙ Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең электрон сайтында белә алаһығыҙ.

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ,

Федераль суд приставтары

хеҙмәтенең Мәсетле районы буйынса суд приставтары

район бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы.