Әлеге үҙгәрештәргә ярашлы түбәндәге ҡорал төрҙәре буйынса түләү суммалары артты:
- гранатомет, пулемет, миномет – 25000 һум;
- винтовка, карабин – 15000 һум;
- һырлы көбәкле һунар, спорт атыу ҡоралы – 15000 һум;
- ҡулдан яһалған һырлы ҡорал, шул иҫәптән ҡыҫҡа көбәкле, һырлы ҡорал обрезы – 15000 һум;
- һунар итеү пневматик, шыма көбәкле атыу ҡоралдары – 10000 һум;
- сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән атыу ҡоралы (травматик) – 7000 һум;
- газлы револьверҙар, пистолеттар – 5000 һум.
Хөрмәтле граждандар, белеп ҡуйығыҙ, һәр бер законһыҙ һаҡланған ҡорал һеҙгә, яҡындарығыҙға, йәм-ғиәткә һәм уларҙың именлегенә ҡур-ҡыныс тыуҙыра. Был хаҡта уйла- нырға һәм бәлә килгәнен көтмәҫкә кәрәк.
Законһыҙ һаҡланған ҡоралдары, шулай уҡ һуғыш кәрәк-яраҡтары, шартлатҡыс ҡоролмалары һәм шартлатҡыс матдәләре булған шәхестәр уларҙы Росгвардияның БР буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһенә йәки Рәсәй МВД-һының район бүлектәренә тапшыра ала.
Ҡорал һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын үҙ иркең менән тапшырған өсөн аҡса средстволары түләнергә тейеш.
Әйтергә кәрәк, ҡоралды законһыҙ һатып алған, тапшырған, һатҡан, һаҡлаған йәки йөрөткән өсөн РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһына ярашлы енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Ә ҡорал әҙерләгән һәм уның конструкцияһына үҙгәрештәр индергән өсөн – РФ Енәйәт кодексының 223-сө статьяһына ярашлы енәйәт яуап-лылығы. Ҡоралдарын һәм үрҙә һанап үтелгән предметтарын үҙ теләге менән тапшырған граждандар, әгәр уларҙың ғәмәлдәрендә башҡа енәйәт составы булмаһа, енәйәт яуап- лылығынан азат ителә.
Бөтә факттар буйынса 02, 8 (34770) 2-00-91, 2-00-02 телефондары буйынса хәбәр итергә мөмкин.
Росгвардияның БР буйынса идаралығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат
райондары буйынса лицензия-рөхсәт биреү эше бүлексәһеинспекторы полиция майоры.