Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Сентябрь 2018, 12:06

Криминаль хроника (13-30 август)

… ә юлда велосипед ятҡанӘжекәй ауылы кешеһе Ыҡ йылғаһы аша күперҙә тор-ғоҙоп ҡалдырылған зәңгәр төҫтә велосипед табыуы тураһында хәбәр итә. Тикшереү барышында велосипед хужаһы асыҡлана.

Паспортһыҙ ҡалған

Мәләкәҫ ауылы кешеһе ял көнө йәрминкәһендә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем ваҡыт арауығында юғалтҡан паспортын табыуҙа ярҙам һорап ғариза яҙған.


Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан

Юл-транспорт патруле инспекторынан хеҙмәте барышында Оло Ыҡтамаҡ ауылының Үҙәк урамында район үҙәге кешеһе идара иткән автомашина туҡтатылыуы тураһында рапорт алына. Водителдә иҫерек булыу билдәләре, өҫтәүенә транспорт менән идара итеүгә хоҡуҡтан мәхрүм ителеүе асыҡлана. Ул медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Иҫерек водителгә ҡарата административ протокол төҙөлгән.


Бағанаға барып бәрелгән

“112” хеҙмәте пультына үҙенең кемлеген белдермәгән бер ҡатын шылтырата һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылының Үҙәк урамындағы бағанаға барып төртөлөүе тураһында хәбәр итә.


Юл-транспорт ваҡиғаһы

Иртәнге сәғәт 5-тәр тирәһендә район үҙәгенең Сәнәғәт урамында КамАЗ менән ВАЗ автомобилдәре бәрелешә. Автомашиналар механик зыян алған, бер зыян күреүсе дауаханаға алып барылған. Уның бите йәрәхәтләнгән, күкрәк һөйәге һәм башы имгәнгән.


Донъя булғас, була төрлө хәлдәр

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсенән ғариза алына. Уның күршеһе цифрлы фотоаппаратын алып торған һәм ват-ҡан, әммә зыянды ҡапларға теләмәй.

Ә шул уҡ ауылдың икенсе бер кешеһе уның баҡсаһында рөхсәтенән тыш күршеһенең үлән сабыуы тураһында хәбәр итә.


Үлем менән тамамланған эскелек

Үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенән бүлексәлә 1982 йылғы Әләгәҙ кешеһенең үлеүе тураһында хәбәр алына. Уға “Ауыр дәрәжәлә алкоголь интоксикацияһы, алкоголдән киҫкен панкреатит, алкоголь суррогаты менән ағыуланған” тигән диагноз ҡуйыла.


Аҙашҡан

“112” хеҙмәте пультына Екатеринбург ҡалаһы кешеһе шылтыратҡан. Ул әсәһе менән автомобилдә китеп барыу-ҙары, Мәсетле районының Ключевой ауылы эргәһендә туҡтауҙары һәм автомобилдән сыҡҡан әсәһенең кире әйләнеп килмәүе тураһында шылтыратып әйткән. Ул әсәһен табырға ярҙам һорай. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындың ҡайҙалығын асыҡлаған.

Бөтә факттар буйынса тикшереүҙәр алып барыла.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.