Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
6 Сентябрь 2018, 14:14

Ҡорал һаҡ тотоноуҙы талап итә

2018-2019 йылғы һунар осоро асылыуға бәйле һунар ҡоралы хужаларының иҫтәренә төшөрәбеҙ:

1. Һунар ваҡытында атырға рөхсәт ителмәй:

а) кешеләр яғына, шулай уҡ снаряд улар янынан 15 метрҙан яҡыныраҡ оса алған осраҡта;

б) күренмәгән аңлашылмаған йүнәлештә;

в) снарядтың осоу алыҫлығын һәм ҡаҡсыу ихтималлығын иҫәпкә алғанда, һунарсы снаряд барып төшөр урынды күрмәһә һәм белмәһә.

2. Күмәкләп һунар иткәндә был һунарҙы уҙғарыуға яуаплы кешенең рөхсәтенән тыш алдан билдәләнгән урындарҙы ҡалдырырға.

3. Иҫерек килеш һунар итергә.

4. Һунарсы һунар ваҡытында хәүефһеҙлек тураһында белемдәрен, шул иҫәптән һунар ҡоралы менән хәүефһеҙ ҡулланыу күнекмәләрен камиллаштырыу һәм киңәйтеүгә ынты- лырға тейеш.

5. Һунар атыу ҡоралы менән тотонғанда кәрәк:

а) һунар ҡоралы менән эш иткәндә ул ҡоролған һәм атырға әҙер кеүек итеп ҡарарға;

б) хәүефһеҙлек талаптарын һәм файҙаланыу үҙенсәлектәрен үтәргә;

в) осечка осрағында ҡоралдың затворын 5 секундтан да иртәрәк асмаҫҡа;

г) ҡоралды яһағын алған килеш һәм транспорт тараһына, футлярға йәки көплөккә һалып йөрөтөргә.

6. Һунар атыу ҡоралы менән тотонғанда рөхсәт ителмәй:

а) ҡоралды кешегә йүнәлтергә;

б) ҡоралдың төп узелдарын һәм механизмдарын үҙ аллы ремонтларға, уларға конструктив үҙгәрештәр индерергә.

Р. ВӘЛИЕВ,

БР буйынса Росгвардия идаралығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары буйынса лицензия-рөхсәт биреү эше бүлексәһе инспекторы

полиция майоры.