Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
31 Август 2018, 13:09

Юлдарығыҙ имен булһын!

Йәйге осорҙа район территорияһында үлем осраҡтарына һәм граждандарҙың төрлө тән йәрәхәттәре алыуына килтергән юл-транспорт ваҡиғалары йышайҙы. Өс ай эсендә генә районда 6 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 13 кеше төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алды, өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Ошо юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле райондың эске эштәр бүлеге ғәйепле водителдәргә ҡарата өс енәйәт эше ҡуҙғатҡан һәм улар буйынса тикшереү алып бара.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 27-се бүлегендә (хәрәкәт һәм транспортты эксплуатациялау хәүефһеҙлегенә ҡаршы енәйәттәр) 264-се статьяла (Юл хәрәкәте һәм транспорт сараһын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу) автомобиль йәки башҡа механик транспорт сараһы менән идара иткәндә Юл хәрәкәте йәки транспорт сараһын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙған, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтергән, иҫерек килеш авария эшләгән йәки һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтергән кешеләргә ҡарата енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Ошо пункттарҙың ҡайһыһындыр боҙған осраҡта, эҙемтәләренән сығып, енәйәт яуаплылығы ҡарала.

Ниндәй генә юл-транспорт ваҡиғаһы булмаһын, уның субъектив һәм объектив сәбәптәре бар.
Юл-транспорт ваҡиғаларының субъектив сәбәптәренә ҡарай:

• Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу;

• хәрәкәт һәм транспорт сараларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыу-сының ваҡиға урынын ҡалдырып китеүе – ҡағиҙәне боҙоу-ҙың айырым категорияһы. Был осраҡта административ йәки енәйәт яуаплылығы ҡарала.
Объектив сәбәптәргә ҡарай:

• урамдарҙы һәм йөрөй тор-ған башҡа урындарҙы планлаштырыуҙағы етешһеҙлектәр;

• тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлдың яҡтыртылышы;

• юл түшәмәһенең, төрлө көйләү сараларының һәм юл билдәләренең торошо, шулай уҡ автотранспорт сараларының техник төҙөклөгө.

Юл-транспорт ваҡиғаһының үҙен ҡатмарлы күренеш тип ҡарағанда, һәр юл-транспорт ваҡиғаһына бер юлы бер-нисә сәбәп килтерә, тип һығымта яһарға мөмкин.

Юл-транспорт ваҡиғаларына бик йыш водителдәр сәбәпсе була: хәүефле шарттарҙа тиҙлекте арттыралар, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығалар, дистанцияны һаҡламайҙар, иҫерек килеш транспорт менән идара итәләр.

Шулай уҡ водителдәрҙең руль артында йоҡлап китеүҙәре, арыуҙары, тәжрибәләре етмәүе лә авария осрағына килтереүе ихтимал.

Транспорт сараһының тормозы, руле төҙөк булмауы, фарҙарҙың һәм башҡа яҡтыртыу приборҙарының көйләнмәүе, тәгәрмәстәр протекторы үҙгәртелеүе шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһына килтерә.

Әммә иң төп сәбәп – Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу. Водителгә “Юл хәрәкәте” тигән төшөнсәнең мәғәнәһен аңларға кәрәк. Юл хәрәкәте – ул йәйәүлеләрҙе, водителдәрҙе, пассажирҙарҙы һәм транспорт сараларын үҙ эсенә алған социаль-техник система. Улар-ҙың хәрәкәте билдәле бер ҡағиҙәгә буйһона һәм ҙур әһәмиәткә эйә.

Хөрмәтле водителдәр һәм йәйәүлеләр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Юлдарығыҙ имен булһын!

Илнур ВӘХИТОВ,

Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәфтишсеһе.