Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
30 Август 2018, 19:09

Самогон ҡыуыусыларға закон бармы?

Редакцияға билдәһеҙ булып ҡалырға теләгән бер ҡатын мөрәжәғәт итте. Беҙ уны районыбыҙ кешеһе тип кенә атайыҡ. “Беҙҙең ауылда алкоголь менән йәшерен һатыу итеүселәр бар, – ти ул. – Халыҡ шелтәләһә, улар бер нәмә белмәгәнгә һалыша. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятмай. Улар өйҙәрендә самогон ҡыуа, теләгәндәргә шуны һаталар. Беҙ ирем менән икебеҙ ҙә эсмәйбеҙ, Шуға күрә был бәлә беҙгә теймәй. Әммә күпме ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың эскегә һабышып, йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлөүен күреүе ҡыҙғаныс”.

Ысынлап та, йәшерен алкоголь продукцияһы һатыу – Рәсәй өсөн ҙур проблема. Иҫерек килеш йыш ҡына енәйәттәр ҡылына. СССР заманында йәшәгәндәр “Ҡоро закон”ды яҡшы иҫләй. Ул ваҡытта самогон ҡыуған өсөн реаль срок алырға мөмкин ине. Ә хәҙерге самогон яһаусылар уны һат-ҡан өсөн яза алыуҙары ихтимал икәнлеген беләме?

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарында “закон о самогоноварении” тигән дөйөм исем алған норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индерелде. Был үҙгәрештәр өйҙә алкоголь етештереүселәргә контролде ҡатыландырырға – баҙарҙы легаль булмаған продукция менән тултырмаҫ өсөн был продукцияны етештереү күләмен сикләргә тейеш. Өйөндә үҙҙәре өсөн генә күп булмаған күләмдә етештереүселәргә бер нимә лә янамай. Закон тәү сиратта етештереүсе булараҡ теркәлмәгән йәшерен алкоголь продукцияһы һатҡан эшҡыуарҙарға һәм ойошма-ларға йүнәлтелгән. Спиртлы эсемлек етештергән һәм тарат-ҡан өсөн ябай кешегә 30000-дән 50000 һумға тиклем санкция ҡаралған, шәхси эшҡыуарға – 100000-дән 200000 һум-ға тиклем. 200 декалитр (2000 литр)ҡеүәтендәге этил спирты етештереү өсөн ҡорамалдар мотлаҡ дәүләт теркәүе үтергә тейеш. Шулай уҡ бер кешегә 10 литрҙан күберәк күләмдә маркаланмаған алкоголь продукцияһы ташыған өсөн физик шәхестәргә административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Беҙ өйҙә самогон ҡыуыуға бәйле законға һәм алкоголде йәшерен һатыуға ҡарата мәсетлеләрҙең фекерҙәрен белергә булдыҡ.


Нина Николаевна, 54 йәш:

– Минеңсә, бындай закон бик кәрәк. Ялған алкоголь эскәндән һуң үлем осраҡтары күпме теркәлә?! Элек ул самогонды нимәнән генә ҡыуманылар: арбузы ла, помидоры ла, ҡарабойҙай бутҡаһы ла, ҡайын һуты ла, ҡайнатмалар ҙа “ходҡа” китте. Тауыҡ һәм мал тиҙәгенән дә эшләйҙәр тип ишеткәйнем хатта. Һатып алыр алдынан, уның нимәнән әҙерләнгәнен яҡшылап уйлар-ға кәңәш итер инем мин халыҡҡа.

Самогон һатыусылар менән көрәшергә кәрәк. Алыусылар булғанда, һатыусылары табыласаҡ инде ул. Ауыл халҡы араһында мәҙәни аңды күтәреү мөһим. Балаларҙы һәм ейәндәрҙе үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләйек. Әгәр ғаилә һәр байрам һайын өйөндә ҡунаҡтар йыйып, эске ойоштора икән, улай итергә ярамағанлығын һуңынан балаға нисек аңлатаһың?


Ринат, 41 йәш:

–Үҙебеҙ генә ҡулланырға аҙлап самогон ҡыуам. Магазиндан шикле сифатлы алкоголь алғансы, үҙеңдеке яҡшыраҡ. Мин уны һатыуға сығармайым, шуға күрә был закон миңә ҡағылмайҙыр тип иҫәпләйем.


Рөстәм, 26 йәш:

– Миңә барыбер, мин бөтөнләй эсмәйем һәм башҡаларға ла кәңәш итмәйем. Самогон ҡыумайым һәм һатмайым.


Алина, 36 йәш:

– Самогон аппараттары Өфөгә китешләй Силәбе өлкәһендә асыҡ һатыла. Уларҙы һораусылар күп. Ауыл ерендә ялған алкоголь һаталар. Минеңсә, спирт менән йәшерен һатыу итеүселәрҙе асыҡлау буйынса эште әүҙемләштерергә һәм уларҙы закон буйынса язаларға кәрәк. Ауыл ерендә һатыу итеүселәрҙең хаҡтары осһоҙ, тәүлектең теләгән ваҡытында барып алып була, бурысҡа бирәләр, аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға мөмкин. Шунлыҡтан уларҙың бизнесы сәскә ата.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.