Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
22 Август 2018, 18:17

Коррупцияға ҡаршы көрәш – уңышлы эшмәкәрлек нигеҙе

Енәйәт эштәре буйынса штрафтарҙы мәжбүри түләтеү суд приставтары хеҙмәтенең эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Был категория эштәре буйынса суд приставтары закон менән ҡаралған барлыҡ сараларҙы күрә. Бынан тыш, бурыслылар суд тарафынан ҡаралған язанан ситләшәләр икән, енәйәт өсөн штрафтарҙы алмаштырыу буйынса процессуаль саралар күрелә.

Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының махсус башҡарыу эштәрен үтәү буйынса район-ара бүлегендә РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһында (ришүәт алыу) һәм 292-се статьяһында (хеҙмәттә ялғанлау) ҡаралған енәйәттәр ҡылған өсөн элекке табипҡа яза итеп һалынған 70 мең һум штрафты түләтеү буйынса эш тамамланды. Вазифа башҡар-ған ҡатын ришүәт биреүсе фай-ҙаһына закондан тыш эш иткәне өсөн аҡсалата ришүәт алған. Бынан тыш, аҡсалата бүләк биргән кешегә медицина тикшереүе үткәрмәгән килеш ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы биргән.

Бурыслы ҡатын суд приставтары бүлегенә килтерелде һәм башҡарыусы уға, штрафын түләмәгән осраҡта, штраф урынына икенсе төр яза биреүҙе һорап судҡа юллама ебәреләсәге тураһында аңлатты.

Суд приставының бындай аңлатыу эше һөҙөмтәһен бирҙе. Башҡа ҡатыраҡ язаға тарырға теләмәгән ҡатын штрафты тулыһынса түләне. Башҡарыу эше тулыһынса үтәлде.

Белешмә: Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында 2018 йылдың 7 айында енәйәт ҡылған өсөн төп яза сифатында тәғәйенләнгән штрафтарҙы түләтеү тураһында 434 башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылған. 16 млн 576 мең 827 һум суммаға 321 баш-ҡарыу эше тамамланған һәм туҡтатылған. Бынан тыш, отчет осоронда штрафты икенсе яза менән алмаштырыуға бәйле 50 башҡарыу эше тамамланған.

Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы граждандарҙы үҙ бурыстарын үтәүҙән ҡасып йөрөмәҫкә һәм бурыстарын ваҡытында түләргә саҡыра. Бурыстың булыу-булмауы тураһында “Банк данных исполнительных производств” интернет-ресурсы ярҙамында, шулай уҡ iphone, android и windowsphone мобиль ҡоролмалары өсөн “ФССП” ҡушымтаһы аша белергә мөмкин.

Рәсәй суд приставтарыфедераль хеҙмәтенең

Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.