Хоҡуҡтары булған барлыҡ теләүселәр ҙә катерҙар-ҙа, гидроциклдарҙа, яхталар- ҙа йөрөй ала. Производствоның ҡайһы бер категориялары буйынса 10 меңдән артыҡ бурыстары булғандарҙы суд приставтары транспорт сараһы менән идара итеүҙә хоҡуҡтарын сикләй ала. Өҫтәүенә, закон һыуҙа хәрәкәт итеүсе техикаға ҡарата ла сикләү сығарыуҙы күҙ уңында тота.
Бурыслыларҙың күсермәле базаһына эйә булып, суд приставтары-башҡарыусылары судно хужаларын уларға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу эштәренең барлығына тикшерә. Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙ сиратында, һыу транспорты хужаларының бәләкәй судно менән идара итеүгә хоҡуҡтарының булыу-булмауына, һыу транспорттарының тейешле рәүештә теркәлгәнме-юҡмы икәнлегенә ревизия үткәрә.
Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы инспекторҙары менән уртаҡ эш бөтә навигация осоронда алып барыласаҡ. Идара итеү хоҡуғынан сикләнгән шәхестәр асыҡланған осраҡта, улар бөтөнләйгә махсус хоҡуҡтан бер йылға мәхрүм ителәсәк йәки 50 сәғәткә һыу ятҡылығы ярҙарын бушлай таҙартыу эштәренә йәлеп ителәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 27 июлгә тиклем “ Уңайлыҡ өсөн түләргә кәрәк!” акцияһы үтә. Суд приставтары торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм яғыулыҡ-энергетик комплексы вәкилдәре менән бергә коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстары булған кешеләрҙе асыҡлаясаҡ.
Конкрет башҡарыу эштәренә һәм бурысты түләтеү тәртибенә ҡағылышлы бөтә мәғлүмәтте һttp://r02.fssprus.ru/ сайтында белергә мөмкин.