Бөтә яңылыҡтар

Тәмәке тартыу закон тарафынан тыйылған урындар

2013 йылдың 23 февралендә РФ Дәүләт Думаһы “Граждандар һаулығын тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында” 15-ФЗ һанлы Федераль закон ҡабул иткәйне. Был Федераль закон халыҡ һаулығын тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау өлкәһендә килеп тыуған мөнәсәбәттәрҙе көйләй. РФ ҡануниәтенә ярашлы, Рәсәй Федерацияһының әлеге законын боҙған өсөн дисциплинар, гражданлыҡ-хоҡуҡи һәм административ яуаплылыҡ билдәләнә.

Ошо законды ҡабул итеү менән бәйле Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерелгәйне.

6.23-сө статья. Балиғ булмаған кешене тәмәке тартыу процесына йәлеп итеү.

1. Балиғ булмаған кешене тәмәке тартыу процесына йәлеп итеү граждандарға бер меңдән ике мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

2. Балиғ булмаған баланың ата-әсәһе йәки башҡа законлы вәкилдәре тарафынан ҡылынған ошо уҡ эштәр граждандарға икенән алып өс мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

6.24-се статья. Айырым территорияларҙа, биналарҙа һәм объекттарҙа тәмәке тартыуға федераль закон менән билдәләнгән тыйыуҙы боҙоу.

1. Айырым территория- ларҙа, биналарҙа һәм объект- тарҙа тәмәке тартыуға федераль закон менән билдәләнгән тыйыуҙы боҙоу, әлеге статьяның 2-се өлөшө менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, граждандарға биш йөҙҙән алып бер мең биш йөҙ һумға тиклемге күләмдә админис-тратив штраф һалыныуға килтерә.

2. Балалар майҙансыҡтарында тәмәке тартыуға федераль закон менән билдәләнгән тыйыуҙы боҙоу граждандарға ике меңдән алып өс мең һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

6.25-се статья. Тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһындағы билдәгә, тәмәке тартыу өсөн махсус урын бүленеү һәм йыһазландырылыуға талаптарҙы үтәмәү йәки граждандар һаулығын тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәт нормаларын үтәүҙе контролләү буйынса бурыстарҙы үтәмәү.

1. Тартыу тыйылған территорияларҙы, биналарҙы һәм объекттарҙы күрһәткән тәмәке тартыуҙың тыйылыуы тураһындағы билдәгә һәм уны урынлаштырыу тәртибенә талаптарҙы үтәмәү вазифалы кешеләргә ун меңдән егерме мең һумға тиклем, юридик ойошмаларға утыҙҙан алып алтмыш мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

2. Асыҡ һауала тәмәке тартыу өсөн махсус урындар бүлеү һәм йыһазландырыуға йәки тәмәке тартыу өсөн айырымланған биналар бүлеү һәм йыһазландырыуға талаптар-ҙы үтәмәү вазифалы кешеләргә егерменән алып утыҙ мең һумға тиклем, ә юридик ойошмаларға илленән алып һикһән мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

3. Шәхси эшҡыуар йәки юридик ойошма тарафынан үҙ эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн файҙаланылыу-сы территорияларҙа һәм биналарҙа граждандар һаулығын тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө тәьҫире йоғонтоһонан һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәт нормаларын үтәүҙе контролләү буйынса бурыстарҙың үтәлмәүе шәхси эшҡыуарҙарға утыҙҙан алып ҡырҡ мең һумға тиклем, ә юридик ойошмаларға алтмыштан алып туҡһан мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

Шулай уҡ 15-се ФЗ һанлы Федераль закондың 12-се статьяһы менән тәмәке тартыу тыйылған территориялар һәм биналар билдәләнгән.

Айырым территорияларҙа, биналарҙа һәм объекттарҙа тәмәке тартыуҙы тыйыу.

1. Тирә-яҡтағы тәмәке төтөнөнөң кеше һаулығына йоғонтоһон булдырмаҫ өсөн тәмәке тартыу тыйыла (әлеге статьяның 2-се өлөшө менән билдәләнгән осраҡтарҙан тыш):

1) белем биреү хеҙмәттәре, мәҙәниәт учреждениелары һәм йәштәр эштәре буйынса органдар учреждениелары хеҙмәттәре, физкультура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән территориялар һәм биналар-ҙа;

2) медицина, реабилитация һәм шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән территориялар һәм биналарҙа;

3) алыҫҡа йөрөүсе поездар-ҙа, алыҫта йөҙөүсе караптар-ҙа, пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәткән ваҡытта;

4) пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән һауа караптарында, бөтә төр ҡала һәм ҡала яны бәйләнеше йәмәғәт транспортында (дөйөм ҡулланылыштағы транспортта), тимер юл вокзалдары, автовокзалдар, аэропорттар, диңгеҙ порттары, йылға порттары, митрополитен станциялары биналарына инеү урындарынан ун биш метр-ҙан да аҙыраҡ булған арауыҡтағы асыҡ һауала урынлашҡан урындарҙа, шулай уҡ митрополитен станцияларында, тимер юл вокзалдары, автовокзалдар, аэропорттар, диңгеҙ порттары, йылға порттары биналарында;

5) торлаҡ хеҙмәттәре, ҡунаҡхана хеҙмәттәре, ваҡытлыса урынлаштырыу һәм (йәки) ваҡытлыса йәшәүҙе тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән биналарҙа;

6) көнкүреш хеҙмәттәре, сауҙа, дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре күрһәтеү, баҙарҙар биналарында, стационар булмаған сауҙа объекттарында;

7) социаль хеҙмәттәр биналарында;

8) дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары биләгән биналарҙа;

9) эш урындарында һәм биналарҙа ойошторолған эш зоналарында;

10) лифттарҙа һәм күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ҡулланылыштағы биналарында;

11) балалар майҙансыҡтарында һәм пляждар биләгән территориялар сиктәрендә;

12) ҡала яны бәйләнешендә пассажирҙар ташыған ваҡытта бары тик поездарға ултыртыу, поездарҙан төшөрөү өсөн генә файҙаланылыу-сы пассажирҙар платформаларында;

13) яғыулыҡ ҡойоу станцияларында.

Р. ҒӘНИЕВА,

административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор,

полицияның өлкән лейтенанты.